Иҡтисад
15 Октябрь 2021, 04:17

Ҡасан төп башына ултырыуҙан туҡтарбыҙ?

Хәйләкәр тоҙаҡтарға, башлыса, өлкән йәштәгеләр эләгә.

“Алдаҡсылар пенсионер әбейҙең 500 мең һум аҡсаһын урлаған”, “Интернет аша танышлыҡ эҙләгән ир 350 мең һум аҡсаһын юғалтҡан”, “Ышаныусан ир картаһы мәғлүмәттәрен биреп, миллиондан ашыу аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан”... Ошоноң ише яңылыҡтарҙы көн һайын тиерлек ишетеп торабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алдашыуҙар, кешене төп башына ултыртыуҙар артҡандан-арта. Хәйләкәр тоҙаҡтарға, башлыса, өлкән йәштәгеләр эләгә.

 

Алдашыу төрҙәре күп...

 

Бөтә төр мутлашыуҙар араһында финанс өлкәһендәге алдашыуҙар айырым урын биләй. Кеше аҡсаһына һунар итеүселәр байығыу өсөн ниндәй генә хәйләләр уйлап тапмай. Ә яңы технологияларҙың әүҙем үҫешеүе менән финанс алдашыуҙары ла урында тормай, бергә үҫә, өр-яңы шарттарға яраҡлаша. Әле иһә был интеллектуаль характер алды. Мутлашыу­сылар яңы технологияларҙы ҡулланып ҡына ҡалмай, ә иң заманса психологик ысулдар менән дә оҫта файҙалана. Уларға хатта бик тәжрибәле һәм аҡыллы кешеләрҙе лә төп башына ултыртыу бер ни тормай.

Хәҙер күпселек кешенең аҡсаһы банк карталарында. Виртуаль аҡсаны урлауы ла еңелерәк. Ни бары ҡорбанды алдарға, нимә кәрәк шуға ышандырырға ғына кәрәк. Нисек бындай тоҙаҡҡа эләкмәҫкә һуң?

Финанс алдашыуы ҡорбандары йыш ҡына насар уйлы кешеләргә аҡсаһын йәки башҡа мөлкәтен үҙ ирке менән бирә һәм быны нисек эшләгәнен аңламай ҙа ҡала. Банк картаһы номерын әйтеп, унда ятҡан аҡсаһынан ҡолаҡ ҡағыумы, яҡын кешеһенә тип уйлап кемгәлер үҙ теләге менән аҡса күсереү булһын­мы, инвестициялар, пирамидаларға ышанып, үҙ ҡулың менән ҙур аҡсалар алып барып һалыумы... Эйе, күп осраҡта кешене мәжбүр итмәйҙәр. Ни бары психологик алымдар файҙаланып, оҫта итеп алдайҙар. Бөгөн финанс алдау юлдары күп. Уларҙың ҡайһы берҙәрен генә һанап үтәбеҙ.

Банктан шылтыратыуҙар. Был алдашыу төрө тураһында бик күп тапҡырҙар иҫкәртәләр, әммә хатта үҙен заманса һәм тәжрибәле тип иҫәпләгәндәр ҙә уға эләгеүсән. Һеҙгә, йәнәһе, банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте шылтырата һәм, картағыҙҙан кемдер аҡса урларға тырыша йәки ул блокка киткән, ти. Проблеманы хәл итер өсөн уларға һеҙҙең картағыҙ мәғлүмәттәре кәрәк. Әгәр бирһәгеҙ, шунда уҡ картала ятҡан барлыҡ аҡсағыҙ менән хушлашһағыҙ ҙа була. Шуныһын онотмағыҙ: һеҙгә ысынлап та банк хеҙмәткәре шылтыратһа, улар бер ҡасан да карта тураһында шәхси мәғлүмәт­тәрҙе һорамаясаҡ.

Компьютерҙы блоклау. Был да – киң таралған аҡса урлау юлда­рының береһе. Мәҫәлән, вируслы электрон хатты асһағыҙ, һеҙҙең браузерығыҙ йәки компьютерығыҙ “ҡатып” ҡаласаҡ. Бынан һуң һеҙгә артабан эшләй алыр өсөн күр­һәтелгән телефонға смс-хәбәр ебәрергә кәрәк, унан һуң код киләсәк. Был һандарҙы йыйһағыҙ, иҫәбегеҙҙән аҡса урланасаҡ, ә компьютерығыҙ барыбер эшлә­мәйәсәк.

“Һеҙгә мираҫ ҡалдырғандар”. Был да интернет-алдашыу төрөнә инә: кешеләрҙең электрон адресына төрлө йөкмәткеле спам-хаттар килә. Унда, имеш, “юрист” һеҙҙең алыҫ туғанығыҙҙың ҙур мираҫ ҡалдырыуы тураһында хәбәр итә. Ул шунда уҡ ҙур булмаған аҡсаға мираҫты тиҙ генә алып бирешергә ярҙам итергә әҙер булыуы тураһында ла әйтә. Һөҙөмтәлә, уға аҡса күсерһәгеҙ, “ярҙамсыл” юристы ла, мираҫты ла күрмәйәсәкһегеҙ.

Бәләгә тарыған “туғандарҙан” шылтыратыуҙар. Был бер нисә йыл элек бик популяр булған алдашыу төрөнә әленән-әле кешеләр эләгеп тора. Ҡағиҙә булараҡ, төндә йәки таң менән кешенең уянып етмәгән сағында, яҡын кеше тип танытҡан берәү шылтырата ла бәләгә тарыуы тураһында әйтә һәм уны ҡотҡарыу өсөн тиҙ генә аҡса кәрәклеген белдерә. Бындай алдауға йышыраҡ ҡатын-ҡыҙ эләгә. Мутлашыусылар – бик нескә психологтар, улар ҡатындың балаһы булып шылтырата, илаған, ҡалтыранған тауыш менән һөйләшә. Ниндәй әсә балаһын ауыр хәлдә ҡалдырһын инде? Күптәр уны-быны уйлап тормай, әйтелгән картаға аҡсаһын күсерә. Ә балаһы был ваҡытта тыныс ҡына өйөндә йоҡлап ятҡан була...

Картаға йәки телефонға аҡса килеп төшһә. Һеҙ көтмәгәндә иҫә­бегеҙгә шунса аҡса килде тигән смс-хәбәр алаһығыҙ. Ҡағиҙә булараҡ, уның ебәреүсеһе булып йә банк, йә түләү системаһы номеры күрһәтелә. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, һеҙгә шылтыраталар һәм яңылыш аҡса күсереүҙәре тура­һында хәбәр итәләр. Һеҙҙән был аҡсаны кире ҡайтарыуҙы һорайҙар һәм номер бирәләр. Был хәбәрҙең, беренсенән, бөтөнләй банк номерынан килмәүе бар. Икенсенән, номер банктыҡына оҡшаһа ла, алдашыуҙары ихтимал, үрҙә әйткәнсә, технологиялар бик алға киткән. Шуға күрә тәү сиратта картағыҙ йәки телефонығыҙҙың балансын тикшерегеҙ.

Интернеттан тауар һатып алғанда. Интернеттан тауар һатып алған саҡта үтә иғтибарлы булыу кәрәк. Йыш ҡына алдаҡсылар фейк сайттар булдыра йәки тауарҙың хаҡын шикләнерлек түбән итеп ҡуя. Түбән хаҡҡа һатҡан саҡта, һеҙҙән аҡсаның бер өлөшөн күсереүҙе һорайҙар. Ҡапҡанға эләкһәгеҙ: аҡсағыҙ менән дә, тауар менән дә хушлашығыҙ. Рәсми сайт аша тауар һатып алғанда ла бик иғтибарлы булырға кәрәк. Мутлашыусылар бик аҡыллы: улар билдәле бер магазиндың интернеттағы адресына оҡшаған сайт булдыра, уның адресы бер генә хәреф йәки һыҙыҡ менән айырылыуы ихтимал. Унда инеп, тауар һайлап алып, түләү өсөн картағыҙ мәғлүмәттәрен ҡалдырһағыҙ, иҫәптәге бөтә аҡсанан ҡолаҡ ҡағыуығыҙ ихтимал. Бында бик һаҡ булырға, тик билдәле маркетплейстарға инергә йәки сайтты ҡат-ҡат тикшерергә кәрәк.

Скимминг. Банкоматҡа махсус ҡорамал ҡуйыла, ул һеҙҙең картаның магнит һыҙығы мәғлү­мәтен күсереп ала. Картағыҙҙың пин-кодын мутлашыусылар махсус ҡуйылған камера йәки клавиатураға һалынған пленка аша белә ала. Артабан был мәғлүмәттәр нигеҙендә яһалма карта эшләнә һәм ундағы аҡсалар урлана. Алдашыуҙың был төрө бер нисә йыл элек популяр ине. Хәҙер карталарҙың күпселеге контактһыҙ эшләй. Шулай ҙа был осраҡта ла иғтибарлы булыу кәрәк. Банкомат менән файҙаланһағыҙ, уны иғтибарлап ҡарағыҙ. Шикле камералар йәки накладкалар булһа, файҙаланмау яҡшыраҡ.

Финанс пирамидалар. Был пирамиданы ойоштороусылар клиент­тарға инвестицияларҙа, фонд баҙарында аҡса эшләү юлдары тәҡдим итә. Алтын тауҙар вәғә­ҙәләйҙәр. Бындай алдашыуҙың нисек бөтөүен һәр кем белә. Даими рәүештә теге йәки был пирами­даның “ҡолауы”, кешеләрҙең алданыуы, килем генә түгел, үҙҙәре һалған аҡсаны ла сығара алмау­ҙары тураһында ишетеп торабыҙ.

Нисек тоҙаҡҡа эләкмәҫкә?

 

Картағыҙҙы урлаһалар, шунда уҡ банкка шылтыратығыҙ һәм картағыҙға блок ҡуйығыҙ. Табырмын, килтереп бирерҙәр тип ышанырға ярамай. Был осорҙа унан әллә күпме аҡсағыҙҙы урлауҙары ихтимал.

Банк картағыҙҙың номерын, пин-кодын, файҙаланыу срогын – ғөмүмән, бер мәғлүмәтте лә сит кешегә әйтмәгеҙ. Интернеттағы йәки смартфондағы шәхси кабинетығыҙ паролен дә тик һеҙ генә белергә тейешһегеҙ. Картағыҙҙы икенсе кешеләргә, хатта һәйбәт таныш­тарға ла бирмәгеҙ.

Әгәр иҫәбегеҙҙән аҡса тотоласаҡ тигән смс-хәбәр килһә, операцияны бер ҡасан да раҫламағыҙ. Шунда уҡ банкка шылтыратып, операция тураһында белешегеҙ.

Банкомат менән файҙаланыу алдынан уны иғтибарлап тикшерегеҙ. Пин-кодты яҙған саҡта клавиатураны ҡулығыҙ менән ҡаплағыҙ.

Әгәр телефондан шылтыратып, үҙҙәрен банк хеҙмәткәре тип таныштырһалар һәм картағыҙ мәғлүмәттәрен һораһалар, бер кемгә лә әйтмәгеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, улар үтә нескә психологтар. Бик ныҡ ышаныслы итеп һөйләшәләр, кәрәк саҡта кешегә баҫым яһай, беҙ белмәгән закондар тураһында әйтеп ҡурҡыта ла алалар. Шуға күрә улар менән һөйләшмәү хәйерлерәк.

Электрон адресығыҙға шикле хаттар килһә – асмағыҙ. Ышаныс тыуҙырмаған сайттарға инмәгеҙ. Шикле хатты асһағыҙ, ундағы һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ. Ышаныслы булмаған програм­маларҙы ҡуймағыҙ. Таныш түгел телефон номерынан шылтырат­һалар, үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрҙе бирмәгеҙ.

Аҡса һалыуҙы талап иткән сделкалар башҡарыр алдынан был компанияның ышаныслы икәнлеген ныҡлы тикшерегеҙ. Бының өсөн улар тураһында мәғлүмәт һәм кешеләрҙең яҙғандарын эҙләгеҙ, уның ысынлап та бармы-юҡмы икәнлеген дәүләт реестрҙарында тикшерегеҙ. Тейешле лицензиялары, теге йәки был эшмәкәрлеккә рөхсәттәре барлығын ҡарағыҙ, рәсми сайттарын табығыҙ.  

Әгәр һеҙгә ҡарата финанс алдашыу башҡарылһа, шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрә­жәғәт итергә кәрәк. Йыш ҡына кешеләр быны эшләмәй. Йә үҙ ҡулым менән аҡса күсерҙем, үҙем ғәйепле тигән принципҡа таяналар, йә сумма артыҡ ҙур түгел, барыбер кире ҡайтармаясаҡтар, тип бита­рафлыҡ күрһәтәләр. Ә алдаҡсы­ларға шул ғына кәрәк. Улар үҙҙәрен тотолмаҫ тип тоя һәм тағы ла күберәк кешеләрҙе алдай һәм байыға.

 

Белемле – ҡораллы

 

Был яҙмала беҙ киң таралған алдау төрҙәрен генә һанап үттек. Әлбиттә, күптәрегеҙ улар тураһында белә. Әммә ышанған һәм алдан­ғандар ҙа байтаҡ. Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәү юлы бер – белем. Был йәһәттән Башҡортостанда Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы ярҙамға килә. 90 йылдан ашыу тарихы булған уҡыу йорто илебеҙҙең алдынғы вуздарының береһе иҫәпләнә. Өфө филиалы республиканың финанс-иҡтисад секторы өсөн кадрҙар әҙерләй. Уҡытыу урта һөнәри һәм юғары белем биреү программалары буйынса алып барыла. Бакалавриат та, магистр программалары ла бар. Мәктәпте тамамлаған абитуриенттар бында ҙур теләк менән килә һәм ихлас белем ала. Күптәр финанс белеменең уңышлы карьера һәм киләсәк нигеҙе булыуын яҡшы аңлай.

Бынан тыш, уҡыу йортонда төрлө йүнәлештә өҫтәмә курстар ҙа даими үткәрелеп тора. Башҡа һөнәр эйәләре лә бында килеп финанс өлкәһендә белемен арттыра ала. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй Хөкүмәте халыҡ араһында финанс грамота­лығын арттырыу бурысы ҡуя һәм был эште тап ошо университет алып бара.

Был уҡыу йортоноң тағы бер матур эшмәкәрлеге – улар кешеләрҙең финанс грамоталығын үҫтереү буйынса төрлө саралар ойоштороп тора. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә “Нисек алданмаҫҡа?” тигән темаға түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Уның эшендә вуз­дың ректоры һәм профессорҙары, эксперттар ҡатнашты. Фекер алышыр өсөн республиканың һәм баш ҡаланың ветерандар ойошмаһы, ҡатын-ҡыҙҙар союзы һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре килде.

Һөйләшеү бик ҡыҙыҡлы һәм емешле булды. Өлкән йәштәге кешеләр ихлас күңелдән был тема менән ҡыҙыҡһынды, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды.

 

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас