

Республика менән сиктәш төбәктәрҙә хәүефле сирҙәр буйынса хәл күҙгә күренеп насарлана. Был башлыса сусҡаларҙың Африка тағуны һәм ҡоштарҙың юғары патогенлы киҙеүенә ҡағыла. Сирҙең Башҡортостан сиген үтеп инеүе айырыуса хәүефләндерә. Әлегә Туймазы районының ете ауылында карантин саралары үткәрелә. “Алтын ҡаҙ” крәҫтиән (фермер) хужалығында ҡоштар тулыһынса юҡҡа сығарылған. Ә хужалыҡ менән сиктәш ауылдарҙа карантин иғлан ителгән. Ауырыу артабан таралмаһын өсөн ауылдарға инер алдынан ветеринарҙарҙан һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренән торған пункттар булдырылған. Улар 21 көн эшләйәсәк. Автотранспортты тикшереп, кемицидом препараты менән эшкәртәләр. Был тирәлә йәшәмәгән кешеләргә ауылға инмәй торорға кәңәш итәләр. Ауырыу артабан таралмаһын өсөн ниндәй саралар күрелә? Был хаҡта ентекләберәк республиканың Ветеринария идаралығы начальнигы Азат ЙЫҺАНШИН һөйләне.
– Һуңғы ваҡытта эпизоотик хәл бөтөн Рәсәй буйынса насарлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәл тотороҡланыуға бармай, киреһенсә, ҡатмарлаша ғына. Ошо хаҡта тулыраҡ һөйләп үтегеҙ әле?
– Эйе, хәл ҡатмарлы. Республика менән сиктәш төбәктәрҙә сусҡаларҙа – Африка тағуны, ҡоштарҙа ҡош киҙеүе кеүек сирҙәр күбәйҙе. Был беҙҙе борсоуға һала, сөнки әлеге ауырыуҙар ауыл хужалығы өлкәһе өсөн ҙур иҡтисади юғалтыуҙар менән янай. Әгәр ҡош-ҡорт һәм мал ауырып китә икән, 100 проценты үлә тигән һүҙ. Иң хәүефлеһе – киҙеү тиҙ тарала һәм үлем осрағы 98 процент тәшкил итә, сир табылған биләмәлә ҡош-ҡорт та, хайуандар ҙа яндырыла. Ауырыу осраҡтары Силәбе, Һамар, Һарытау өлкәләрендә табылды. Ростов өлкәһе, Ставрополь һәм Краснодар крайҙарындағы ҙур ҡошсолоҡ фабрикаларында ҡош-ҡорт тулыһынса юҡ ителде. Ҡош киҙеүе былтыр күрше Татарстанға үтеп инеү менән, республикала һаҡланыу саралары күрә башланыҡ. Күрше Силәбе өлкәһендә ошо арала ғына ете, Ырымбурҙа – һигеҙ, Һарытау, Свердловск, Һамар өлкәләрендә икешәр ауырыу осрағы теркәлде һәм беҙҙең республикаға ла үтеп инде.
– Ауырыуҙың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн, Башҡортостандың бөтөн ведомстволары менән берлектә эш башланған. Шул хаҡта ентекләберәк һөйләп китһәгеҙ ине.
– Вирус бик тиҙ тарала. Уның һыу, ҡатнаш аҙыҡ, йыһаздар аша таралыуы ихтимал. Әлеге осраҡта вирусты йылы яҡҡа осар ҡоштар таратҡан тигән фекергә килдек. “Алтын ҡаҙ” крәҫтиән (фермер) хужалығында ҡаҙҙарҙың күпләп үлеүе теркәлеү менән, белгестәр ваҡиға урынына сыҡты һәм анализдар алды. Ауырыу барлығы билдәле булыу менән Туймазы районы хакимиәте дәүләт ветеринария хеҙмәте менән берлектә инфекцияның артабан таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн бөтөн саралар күрҙе. Инструкцияға ярашлы ауырыу табылған ерҙән биш километр радиуста бөтөн ҡош-ҡорт та юҡ ителде, уны мотлаҡ яндырырға кәрәк. Николаевка ауыл советына ҡараған дүрт ауылда – 896, Бишҡурай ауыл советына ҡараған ауылдарҙа 530 баш ҡош-ҡорт яндырылды. Йәмғеһе 7 мең баш ҡаҙ, 2 мең баш күркәне юҡ итергә тура килде. Бынан тыш, ҡош-ҡортто көткәндә файҙаланған йыһаздар, ауырыу ҡош торған ағас һарайҙар ҙа яндырылды.
Был эшкә йөҙҙән ашыу кеше, 50 тиҫтә махсус техника һәм дезинфекциялау ҡоролмалары йәлеп ителде.
Ветеринар ҡағиҙәләргә ярашлы хәҙер биналар өс тапҡыр дезинфекцияланасаҡ. Карантин иһә октябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Беҙҙе иң хәүефләндергәне – ҡош киҙеүенең ҡырағай ҡоштарға күсеүе. Ә улар йылы яҡҡа бөтөн Рәсәй биләмәһе аша оса. Республикаға вирус бар яҡтан да һөжүм итә.
– Республикала эре ҡошсолоҡ фабрикалары күп. Улар менән хәҙер нимә буласаҡ?
– Ысынлап та, ҡош-ҡорттоң күпселеге дүрт ҡошсолоҡ фабрикаһында тупланған. Улар республиканың Өфө, Благовещен, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Мәләүез, Благовар, Әлшәй райондарында урынлашҡан. Уларҙа барлыҡ һаҡланыу саралары көсәйтелде.
– Ә ҡош-ҡорт көткән ауыл халҡына нишләргә? Нисек һаҡланырға?
– Тәү сиратта һуғымға әҙерләнгән ҡоштарҙы һуйырға кәрәк. Бынан тыш, ҡош-ҡорттарҙы бикле тотоғоҙ. Айырыуса ҡаҙ-өйрәктәрҙе йылға буйына сығармағыҙ, сөнки ҡырағай осар ҡоштар һыу ятҡылыҡтарында ял итергә ярата. Ауырыуҙы таратыусылар ҙа нәҡ улар. Әлегә бер ҡайҙан да ҡош-ҡорт һатып алмаҫҡа кәңәш итәм. Ҡош-ҡорт һатыу менән шөғөлләнгән кешеләргә ситтән ҡош индермәҫкә, һәр аҙымды ветеринар менән кәңәшләшеп эшләргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алам. Ашатыуға килгәндә бары тик ышаныслы етештереүселәрҙән ҡатнаш аҙыҡ һатып алырға кәрәк.
Сусҡа тағуны, ҡош киҙеүе, ҡотороу сиренең ҡырағай фаунаға күсеүе шик тыуҙыра, бынан сығып малдарҙы, ҡош-ҡортто ҡырағай хайуандар менән бәйләнешкә инеүҙән ҡурсалау өсөн ирекле йөрөүҙе тыйырға, ябыулы ҡарарға кәңәш ителә.
– Ҡош киҙеүенән тыш тағы ла бер сир – сусҡаларҙың Африка тағуны һағалай. Шулай уҡ күрше-тирәлә лә был сир осрай башлаған.
– Эйе, шулай. Әлегә Рәсәйҙең 35 төбәгендә был ауырыу теркәлгән. Хатта һаҡланыу саралары юғары кимәлдә ойошторолған “Мираторг” селтәренә ҡараған комплекстарҙың береһендә сир табылған. Башҡортостан менән сиктәш Татарстанда өс, Мари Иле Республикаһында – бер, Һарытауҙа – туғыҙ, Һамар өлкәһендә 12 осраҡ теркәлгән. Сентябрь аҙағы – октябрь башында сиктәш Свердловск, Силәбе өлкәләрендә һәм Пермь крайында был ауырыу шәхси ихаталарҙа аҙған. Сирҙе республикаға үткәрмәү өсөн барыһы ла эшләнә. Россельхознадзор идаралығы менән берлектә сусҡа тотҡан һәр ойошмала тикшереү үткәрәбеҙ. Әлеге мәлдә Благовар районында 170 мең, Шишмәлә 87 мең, Бүздәктә 83 мең баш сусҡа иҫәпләнә. Был республикалағы сусҡаларҙың 85 процентын тәшкил итә. Тимәк, сусҡа тағуны үтеп инә ҡалһа, сусҡасылыҡ тармағы ҙур юғалтыуҙарға дусар буласаҡ.
– Көҙгөһөн хайуандар араһында ҡотороу сире арта. Әлегә республикала хәлдәр нисек?
– Тәү сиратта шуны билдәләгем килә: республика буйлап ветеринарҙар малдарға, йорт хайуандарына ҡотороу сиренән бушлай вакцина эшләтте. Ауыл халҡын был саранан ситтә ҡалмаҫҡа саҡырам. Ҡотороу сире осраҡтары теркәлде лә инде: ике бурһыҡ һәм ике төлкө ауырып кешеләр эргәһенә килгән. Благовар районында ике осраҡ, ҡалғандары Йылайыр, Балаҡатай райондарында ҡыр хайуандары ауырып киткән. Ҡыр хайуандарында ауырыуға ҡаршы тороу һәләте барлыҡҡа килһен өсөн заповедник, заказниктар менән бергәләп эшләйбеҙ. Ҡыр хайуандарын ашатыу урындарына дарыу һалабыҙ.
Ҡоштоң сирле икәнен нисек асыҡларға?
Ауырып киткән ҡоштарҙың тәү сиратта үҙен тотошо үҙгәрә: муйыны ҡыйшая, гел генә башын борғолай. Тын алышы насарая, башы шешә. Ҡош киҙеүе менән кешеләр ҙә ауырып китеүе ихтимал. Шуға ауырыу ҡошҡа теймәгеҙ, белгестәрҙе саҡыртығыҙ. Бындай ҡоштарҙың йомортҡаһын һәм итен ашарға ярамай.
Әгәр киҙеү кешегә йоҡһа, тәүҙә уның симптомдары һыуыҡ тейгән кеүек була. Тик һуңынан температура 39-ға менә, баш ауырта, тән һыҙлай, тамаҡ ауырта, эс китеүе күҙәтелә. Шуға ла үрҙә һаналған симптомдарҙы тойоу менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Гөлсөм ХӘБИБУЛЛИНА, Туймазы районының Николаевка ауылы:
– Быйыл яҙ утыҙ күркә алдым. Яҡынса 15 мең һумға төштө. Маҡсатым – уларҙы үҫтереп, итен һатыу ине. Ҡоштоң ауырлығы яҡынса 20 килограмм булһа, бер күркәне 8 мең һумға һатып ебәрәһең. Хатта биш меңгә һатҡан осраҡта ла 150 мең һум килем алырға тейеш инем. Был ҡәһәрле сир арҡаһында бер нәмәһеҙ тороп ҡалдым. Төнө буйы илап сыҡтым. Өйгә яңы яғыулыҡ системаһы үткәрҙек. Ул 80 мең һумға төштө. Бурысҡа батып кәрәк-яраҡтарҙы алдым. Артабан нишләргә икән? Белмәйем. Күпме көс һәм аҡса әрәм булды. Компенсация вәғәҙә итәләр, түккән сығымдар ҡайтарылһа һәйбәт булыр ине.
Флүрә МӨҠСИНОВА, Туймазы районы:
– Быйыл миңә 67 йәш тулды. Биш бала әсәһемен, 16 ейәнем бар. Балаларға, ейәндәргә йомортҡа, ит булһын өсөн тауыҡ менән өйрәктәр тоттом. Себештәрҙе тәүҙә бәләкәй бала кеүек ҡарайбыҙ бит: ашатабыҙ, аҫтарын таҙартабыҙ, ауырыуҙарҙан дауалайбыҙ. Бик йәл, әлбиттә. Ҡайҙа бараһың инде? Ауырыу ҡош-ҡорт кеше өсөн дә зыянлы. Ярай алдан һуя башламағанбыҙ тип шатланабыҙ.
- Лилиә НУРЕТДИНОВА.

