Иҡтисад
15 Октябрь 2021, 03:54

Беҙ илдең иң ҙур төбәге, бергә эшләргә тейешбеҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановтың эшлекле осрашыуы булды.

Ошо көндәрҙә Күмертауҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановтың эшлекле осрашыуы булды. 

 – Башҡортостанға һәм Татарстанға предприятиелар интеграцияһын артабан да нығытырға һәм үҫтерергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә беҙ яҡын арала эшҡыуар­ҙарыбыҙҙың бизнес-миссияһын һеҙгә ебәрергә ниәтләйбеҙ. Ошондай бәйләнештәрҙе үҫте­реү өсөн дәүләт кимәлендә өҫтәмә этәргес бирһәк, был туғандаш республикалар хал­ҡына ҙур файҙа килтерәсәк.

Рөстәм Миңлеханов Баш­ҡорт­останға килеп, “Рәсәй вертолеттары” холдингы Дирек­торҙар советының күсмә ултырышында ҡатнашырға са­ҡырған өсөн Радий Хәбировҡа рәхмәт әйтте.

– “Ростех” авиация класте­рының Өфөләге яңы етеш­тереү-уҡыу үҙәгенең эше ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Баш­ҡортостанда күргәндәрем – донъя кимәлендәге ҡаҙаныш! “ОДК-УМПО” йылдам үҫә, сөнки һеҙҙә кадрҙар әҙерләүгә лә етди иғтибар бирелә, – тине Рөстәм Миңлеханов. – Шулай уҡ Күмертау авиация пред­приятиеһында етештереүҙең артыуы, “Башҡортостан сода компанияһы”ның яҡшы күрһәт­кестәре ҡыуандыра. Өфөнө көнсығыштан урап үтеү юлын­дағы ҡыйыу транспорт ҡарар­ҙары, инфраструктура проекттары һоҡландыра. Бизнес-миссияға килгәндә, беҙ ҙә яуап сәфәре менән делегациябыҙҙы ебәрергә әҙербеҙ. Беҙ – илдең ике ҙур төбәге, бергә эшләргә тейешбеҙ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов, “Ростех” дәүләт корпорацияһы авиация комплексының индустриаль директоры Анатолий Сердюков һәм “Рәсәй вертолеттары” холдингының генераль директоры Андрей Богинский Күмертау авиация предприятиеһында булды. Бында “Рәсәй вертолеттары” холдингының Директорҙар советы ултырышы булды. Ул етештереүҙе арттырыуға, Рә­сәй һәм халыҡ-ара баҙар­ҙарҙа продукцияны танытыуға арналды.

Ултырышта холдинг составына ингән предприятиелар эшенең һөҙөмтәлелеген арттырыу, авиация техникаһы моделдәрен киңәйтеү, матди базаны яңыртыу, продукцияға заказ туплау мәсьәләләре буйынса фекер алыштылар. Баш­ҡортостан Башлығы әйтеүенсә, республика Күмертау авиазаводын артабан да үҫтереүгә, предприятие продукцияһына тотороҡло ихтыяж булдырыуға булышлыҡ итәсәк.

Бынан тыш, Радий Хәбиров, Рөстәм Миңлеханов һәм Анатолий Сердюков “Ростех” авиация кластерының быйыл августа “ОДК-УМПО” биләмәһендә эшләй башлаған яңы етештереү-уҡыу үҙәген ҡарап сыҡты. Радий Хәбиров республиканың “Ростех” менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүен билдәләне.

Етештереү-уҡыу үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов һәм “Ростех” авиация комплексы­ның индустриаль директоры Анатолий Сердюков үҙәк билә­мәһендә шыршы аллеяһын ултырыуҙа ҡатнашты.

 

- Л. ДӘҮЛИЕВА.

Читайте нас