

Өфөлә яңы модель троллейбустарын етештерә башларға уйлайҙар. Техниканың һынау өсөн яһалған өлгөһө үҙенсәлектәре менән кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та танышты.
Өфө трамвай-троллейбус заводында инвестиция проекты нигеҙендә, троллейбус менән электробусты ҡушып, "Горожанин" тип аталған гибрид эшләгәндәр. Ул өҫтәмә аккумуляторҙары ярҙамында электр сымдарына тоташмайынса 30 километр араны үтә ала, тимәк, линияла авария булған хәлдә юлда тығындар барлыҡҡа килмәйәсәк, тип ышанырға мөмкин. Әйткәндәй, батареялары ҡеүәтле генә түгел, сифатлы ла – 7 йыл буйы ҡулланыуға иҫәпләнгән. Машинаның салонында пассажирҙарға мәғлүмәт биреү системаһы, кондиционер, электрон гаджеттарҙы туҡландырыу өсөн USB-портлы розеткалар бар, шулай уҡ эстән һәм тыштан видеокамералар ҡуйылған.
Әле был модель һынау үтә. Хупланған һәм етештереүгә рөхсәт алған хәлдә уны баш ҡала заводында эшләйәсәктәр, киләһе йылда Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары өсөн 45 берәмек техника һатыу хаҡында алдан офсет контракты төҙөлгән дә инде.
Республика Башлығы гибрид троллейбусты эсенә инеп тороп ҡараны.
– Йөрөү сифаты, ышаныслылыҡ, оҙаҡ хеҙмәт итеү мөмкинлеге – барыһы ла бик мөһим, – тине ул. – Өфө предприятиеһын эҙмә-эҙлекле тергеҙәбеҙ, уның өсөн етди иҡтисади ҡарарға ла йөрьәт иттек – офсет заказы буйынса эшләйбеҙ. Был ябай ғына йыйыу эше түгел, ә ысын мәғәнәһендә етештереү: заманса пассажир транспортын ошо заводта уйлап сығарҙылар һәм үҙҙәре эшләй башларға йыйыналар.
Өфө трамвай-троллейбус заводын үҫтереү перспективаларын республика етәксеһе үткәргән "Инвестиция сәғәте" кәңәшмәһендә лә тикшерҙеләр. Предприятиеның генераль директоры Денис Рассадников әйтеүенсә, әле үк баш ҡалабыҙ юлдарында халыҡты батарея ярҙамында хәрәкәт итерлек 9 троллейбус хеҙмәтләндерә. Планға ярашлы, уларҙы арттырасаҡтар. Шулай уҡ иҫкергән трамвайҙарҙы яңырта башлау күҙ уңында тотола. Киләсәктә завод йыл һайын аккумулятор менән йөрөй алған 200 берәмек троллейбус эшләп сығарып тора аласаҡ, был 110 өҫтәмә эш урыны булдырасаҡ.
Радий Хәбиров проектты тормошҡа ашырыусыларға уңыштар теләне, республика етәкселегенең талап ителгәнсә ярҙамлашырға әҙерлеген белдерҙе.
Фото: glavarb.ru