

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мәрәжәғәтнамәһендә юл тармағына айырым туҡталды. “Беҙ юлдарыбыҙ һәм транспорт иң юғары стандарттарға яуап бирһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ”, – тине Радий Фәрит улы үҙенең сығышында. Шул иғтибарға лайыҡ, Башҡортостан етәкселеге иҡтисадҡа, агросәнәғәт комплексына, мәғарифҡа, мәҙәниәткә көслө иғтибар бүлгән шикелле, юл тармағына ла һәр саҡ өҫтөнлөк бирә.
Әйткәндәй, “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Балтас районы юл-ремонт төҙөлөшө идаралығы филиалы – республикабыҙҙа лидер предприятиеларҙың береһе. Ағымдағы йылдың туғыҙ ай һөҙөмтәләре буйынса балтастар иң алдынғыларҙан иҫәпләнә. Төрлө күрһәткестәрҙең бик яҡшы булыуы – шуға асыҡ миҫал.
Алдан хәстәрләү – ярты уңыш
“Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Балтас юл-ремонт төҙөлөш идаралығы филиалы начальнигы Илдар Йыһангиров һөйләүенсә, алдан бөтәһен дә хәстәрләү һәр ваҡыт эште күпкә еңеләйтә, коллектив менән аңлашып эш итеү бурыстарҙы тиҙерәк үтәүгә булышлыҡ итә.
– Кабинетта һөйләшеп ултырыу таяҡтың бер осо, эшселәр янында булыу бөтөнләй икенсе, ундай эш алымы киләсәктә маҡсаттар билдәләгәндә ифрат ныҡ ярҙам итә, – тине Илдар Ғәбдинур улы һәм беҙҙе уңғандар янына алып китте.
Шулай итеп, Илдар Йыһангиров оҙатыуында Иҫке Балтас ауылының иркен урамдарын гиҙәбеҙ. Бында урамдарҙың оҙон булыуы шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итте, ағастар ҙа, ҡыуаҡтар ҙа, сәстәре тигеҙ итеп алынған үҫмер шикелле, ыҫпай күренә. Алтын көҙ миҙгелендә бигерәк тә матурҙар.
– Был урамға яңы ғына асфальт түшәнек, ә уң яҡтағы тротуарҙы кисә генә һалып бөттөк, – тип идаралыҡ начальнигы барыһы менән дә таныштыра, башҡарылған эштәре тураһында тәфсирләп һөйләй, киләһе көндәргә билдәләнгән уй-ниәттәрен дә асып һала.
Әңгәмәләшеп килә торғас, Иҫке Балтас ауылының Үҙәк урамына килеп еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Был урын, ысынлап та, ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Ошо яҡ кешеләренән тейешле органдарға, юлды яҡшыртыуҙы үтенеп, коллектив мөрәжәғәт килгән. Күп тә үтмәгән, Үҙәк урамда ғүмер итеүселәрҙе власть вәкилдәре ишеткән һәм тиҙ арала уларға ярҙамға ашыҡҡан.
Мәҫәлән, “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте Балтас юл-ремонт төҙөлөш идаралығы филиалының механизаторы Азиф Вәлиәхмәтов автогрейдерында ерҙең өҫкө ҡатламын ҡырып алыуҙы дауам итә, ошо арала унда ҡырсынташ һаласаҡтар. Хәлил Исламғәлиев иһә “Т-150” маркалы тракторы менән ҡырсынташ өҫтөнән катогы менән ҡат-ҡат үтәсәк һәм тигеҙләйәсәк. Ҡыҫҡаһы, һәр кем үҙенең бурысына бик яуаплы ҡарай. Шуныһы, Иҫке Балтастағы Үҙәк урамдың күркәмлеге тәү күреүҙән үк ғашиҡ итте. Ни өсөн тиһегеҙме? Беренсенән, бында йорттар хан һарайынан һис тә кәм түгел. Ике ҡатлы өйҙәр, иркен ихаталар, емеш ағастары үҫкән баҡсалар – барыһы ла уларҙа егәрле кешеләрҙең ғүмер итеүен бәйән итә. Икенсенән, ошо урамға параллель Ҡарыш йылғаһы аға. Яр тирәләй балыҡсылар күп күренә, фотоға төшөүсе йәштәрҙе лә осраттыҡ. Үҙәк урамға юл һалынып бөтһә, был урында кешеләрҙең иҫәбе-һаны булмаясағы көн кеүек асыҡ.
Үҙ заводың булғас...
“Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Балтас юл-ремонт төҙөлөш идаралығы филиалының ҡарамағында 400 километр юл иҫәпләнә, шуның ҡап яртыһы тиерлек Балтас районына ҡараған юлдар, бынан тыш 32 километр юл – төбәктеке, 166 километр юл өсөн муниципалитет яуаплы.
– Бөгөн юлдарға асфальт түшәүгә, юлдарҙы ремонтлауға башкөллө сумғанбыҙ, – тип һөйләй Илдар Йыһангиров. – Юл йөрөгәндә уңайлыҡтар тыуҙырыу – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе.
Идаралыҡтың үҙенең асфальт заводы бар, Иҫке Ямурҙа ауылындағы завод тәүлек әйләнәһенә гөрләп эшләй. Ул Балтас юл-ремонт төҙөлөшө идаралығынан бик алыҫ түгел. Кем әйтмешләй, ел юҡ саҡта, заводтан юғарыға күтәрелгән төтөндө хатта Иҫке Балтаста ла күрергә мөмкин. Уның ҡарауы, сеймал алыу урыны йәһәннәмдә урынлашҡан. Балтас юл-ремонт төҙөлөшө идаралығы ҡырсынташты ҡайҙан килтерә тип уйлайһығыҙ? Водителдәр бик йыраҡта ятҡан “Мөрсәлим” карьерынан щебень ташый. Балтас районы ҡайҙа урынлашҡан да Салауат районы ҡайҙа ята? Иҫ-аҡылың китерлек!
– Яҡыныраҡта юҡ инеме? – тип аптыраулы ҡарашымды аҙашыма төбәйем. – Мәшәҡәт түгелме? Әллә күпме сығымдар талап ителә ләбаһа.
– Эште оҫта итеп ойошторһаң, бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар күрмәйем, – тине Илдар Йыһангиров. – Туранан юл барлыҡҡа-бар ул, яҡынса 100 саҡрым тирәһенә ҡыҫҡараҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, водителдәр урау, әммә асфальт юлға өҫтөнлөк бирә.
Бер әйбер ҙә “отход”ҡа сығарылмай
Илдар Йыһангиров киләсәккә уй-маҡсаттары менән дә ихлас таныштырҙы. Әңгәмәсем даими рәүештә яңы техника һатып алыуға, ғөмүмән, автопаркты заманса трактор һәм автомобилдәр менән тулыландырып тороуға ныҡлы баҫым яһаны.
– Заман башҡа, заң башҡа, тигәндәй, ә ниңә беҙҙең хеҙмәткәрҙәр яҡшы транспортта йөрөргә тейеш түгел әле, – ти Илдар Ғәбдинур улы. – Принцибым шундай, хеҙмәткәргә эш урынында тейешле шарттар тыуҙырған һайын, уларҙа дәрт-дарман күберәк уяна.
Балтас юл-ремонт төҙөлөш идаралығының автопаркы ҡеүәтле техникаға бик бай, йыл да тиерлек яңынан-яңы трактор һәм машиналар һатып алалар. Бөгөн бында, ике “Т-150”, өс “К-700”, өс “МТЗ-82”, 11 “КамАЗ” маркалы техника, шулай уҡ өс автогрейдер, ике каток, бер комбинированный юл машинаһы, бер экскаватор һәм башҡалар бар. Әйткәндәй, Илдар Йыһангиров Көйөргәҙе юл-ремонт төҙөлөш идаралығы начальнигы Михаил Шибинға һәм “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Илдар Юлановҡа ҙур рәхмәтле. 2020 йылда “Башкиравтодор” етәкселеге ярҙамында Көйөргәҙе районында урынлашҡан юл-ремонт төҙөлөш идаралығынан бер грейдер алып ҡайтҡандар.
Быйыл бойомға ашырылған эштәр тураһында һөйләгәндә, түбәндәгеләрҙе белдек. Балтас юл-ремонт төҙөлөш идаралығы үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда планды арттырып үтәгән. Төбәк ҡарамағындағы – ике километр, муниципалитет яуап биргән – бер километрға яҡын һәм урындағы ҡарамаҡҡа тапшырылған 17,5 километр юлды рәтләү – шуға асыҡ миҫал. Йыл аҙағына хәтлем тағы ла биш километр юлды тәртипкә килтерәһе бар.
– Иҫке Балтас – Асҡын араһындағы бер километрҙан ашыу юлға өр-яңы технология буйынса асфальт түшәү дауам итә, – тип дауам итә һүҙен Илдар Ғәбдинур улы. – Уның отошло яғы шунда, бер әйбер ҙә “отход”ҡа сығарылмай. Беҙ ҡырып алған иҫке асфальтты яңы технология буйынса эшкәртәбеҙ, уға өҫтәмә рәүештә щебень иҙмәһе ҡушабыҙ ҙа яңынан асфальт түшәйбеҙ. Был тәңгәлдә эштәр йылдам бара. Ете километр тирәһе ара ҡалды, шуны уңышлы башҡарып сығыу өсөн эшселәрҙең барыһы ла тырыша.
Етәксенән уңған балтастар
Илдар Йыһангировтың тыйнаҡ етәксе икәнен барыһы ла белә. Хәстәрлеклеләр шулай булырға тейештер ҙә. Башҡарылған эштәре бихисап, әммә ул барыһын да һөйләү яғында түгел. Мәҫәлән, әгәр ҙә Балтас районы хакимиәте башлығының иҡтисад, төҙөлөш һәм тормош хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Шамил Әхмәҙуллин әйтмәһә, был турала белмәҫ тә инек. Баҡтиһәң, “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Балтас юл-ремонт төҙөлөш идаралығы филиалы “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса Түбәнге Иванай ауылында парк төҙөлә. “Ауылға парк нимәгә кәрәк? Һәр кемдең ихатаһы уны алмаштыра ла инде” тигәнерәк һүҙҙәрҙе ишетергә мөмкин. Улай булмай торһон әле. Хәҙер был урынды танырлыҡ та түгел, парктан халыҡ өҙөлмәй.
– Парктағы балалар өсөн майҙансыҡҡа заманса ҡоролмалар ҡайтарылғас, көн дә бында балалар күпләп йыйыла башланы, – тип һөйләй Илдар Ғәбдинур улы. – Бынан тыш спорт ҡоролмалары менән тулыландырыла. Ғөмүмән, балаларға ялдарын файҙалы итеп үткәреү өсөн урындар кәрәк.
Усман ауылы тураһында ла оло хәстәрлек күргән Балтас юл-ремонт төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре. Ул әллә ни ҙур ҙа түгел, оло автомобиль трассаһына яҡын ғына урынлашҡан. Ауылда юл да бигүк шәптән булмаған. Бер километр араға ҡырсынташ түшәгәс, Усман икенсе йәшлеген кисергән, тиһәң дә арттырыу булмаҫ. Халыҡтың ҡыуанысы сикһеҙ.
– Иҫке Балтас ауылында дүрт урында туҡталҡа урынлаштырҙыҡ, Тусыбай ауылында ла бөгөн туҡталҡа һәм машиналарға махсус урын бар, – ти Илдар Ғәбдинур улы. – Бынан тыш район үҙәгендәге Лермонтов, Коммунистик, Ғәлиев һәм тағы бер нисә урамға асфальт һалдыҡ, ә 380 метр араға ҡырсынташ түшәнек. Дөйөмләштереп әйткәндә, киләсәккә билдәләнгән эштәр эҙмә-эҙлекле дауам итә. Хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы ваҡытында түләнә, был йәһәттән, бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй. Эш планын арттырып үтәгәндәргә төрлө дәртләндереү саралары күрелә. Коллективта бөтәһе 57 кеше эшләй. Айырыуса йәштәр Николай Зайдуғанов, Рөстәм Хәбибуллин, Артур Абукарамовтар тырыш. Ә инде Башҡортостандың атҡаҙанған юл хужалығы хеҙмәткәре Фәнил Вәлиәхмәтов һәм Илдус Шәкиров барыһына ла өлгө.
- Илдар АҠЪЮЛОВ
Балтас районы.