Иҡтисад
15 Октября 2021, 06:35

Шыма юлдар илтә Борайға

Һәр кем, юлдарҙың төҙөклөгөн, заман талаптарына яраҡлаштырылыуын күреп, юғары баһа бирә.

“Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Борай юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хәҙерге ауыр иҡтисади шарттарҙа ла уңышлы эшләүен дауам итә. Етәксеһе – Шамил Фларит улы Дәүләтйәнов.

Шуныһы ҡыуаныслы: республи­ка­быҙҙың ҡайһы тарафтарына сәфәр сыҡһаң да, көҙгөләй ялтырап ятҡан юлдарҙан елдерәһең. Баш ҡаланан әллә нисәмә саҡрымдағы теге йәки был төбәккә һис ниндәй мәшәҡәтһеҙ барып етеүгә күнектек. Борай яҡтарына юлланғанда ла тыныс күңел менән сығаһың. Был төбәктең тәбиғи ҡомартҡылары ла үҙенә йәлеп итә, шуға күрә сит тарафтарҙан килгәндәр йылдан-йыл күбәйә. Һәр кем юлдарҙың төҙөклөгөн, заман талаптарына яраҡлаштырылыуын күреп, юғары баһа бирә. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, сөнки был яҡтарға юлы төшкәндәр теләгән еренә ваҡытында, бәлә-ҡазаһыҙ барып етһен өсөн тырыша ла инде Борай юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре, ә йөкмәтелгән бурыстары яуаплы, эш күләме ҙур.

Йөҙгә яҡын кеше хеҙмәт иткән предприятие быйыл ҙур объектта планлаштырылған эште атҡарып сыҡҡан – райондың Дүсмәт ауылы янында алты километрлыҡ асфальт юл түшәне. Бынан тыш та со­ҡорҙарҙы күмеү, бөтә район буйынса ҡалҡыу урындарҙы грейдер­ҙар ярҙамында тигеҙләп сығыу буйынса байтаҡ эш башҡарылған.

Ғөмүмән, предприятие юлдарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүлә.

Әле яңыраҡ идаралыҡ Дүртөйлө – Борай юлында өс километр юлда асфальт түшәгән. Предприятиеның асфальт һәм бетон етештереү буйынса ике заводы бар, уларҙа Германиянан алынған, сәғәтенә 240 тонна етештереүгә ҡеүәтле “Линтек” ҡорамалдары ҡуйылған. Был минераль порошок эшләп сығарыу мөмкинлеге бирә. Заводтар ошо районды ғына түгел, күрше төбәктәрҙе лә асфальт менән тәьмин итеп өлгөрә. Продукцияның сифатын сертификацияланған махсус лаборатория контролдә тота.

Коллектив үҙенең хеҙмәт динас­тиялары менән дә ғорурлана ала. Улар иҫәбендә Мәрҙәновтар, Мартыновтар ғаиләләрен күрһәтергә мөмкин. Баш инженер Азат Дүсмәтов, алдынғы водитель Айҙар Дүсмәтов, тракторсы Данил Ғилманшин, электросварщик Данил Гәрәйшин, етештереү-техник бүлек етәксеһе Илшат Нуриев, мастерҙар Илшат Шәрипов, Ришат Хәлилов, Линар Шакиров һәм башҡа уңғандар – коллективтың таянысы.

Тағы шуныһы һөйөнөслө: бары­һын да уртаҡ маҡсат берләштерә. Табышлы эшләгәс, юлсыларға иғтибар ҙур. Хаҡлы ялдағылар ҙа онотолмай, йәштәр ҙә ситтә ҡалмай, коллектив килешеүендә ҡаралған барлыҡ ярҙам да күрһәтелә. Байрамдар үтә, спорт сараларында әүҙем ҡатнашалар. Хәйер, Шамил Фларит улына, йәш етәксе булыуына ҡарамаҫтан, ябай хеҙмәткәр кешеһенең һөйөнөстәре лә, көйөнөстәре лә яҡшы таныш. Шуға ла юлсыларҙың ауыр хеҙмәте һәм оҫталығы үҙ ваҡытында баһа­ланырға тейешлеген һәйбәт аңлай.

Борай юл ремонт-төҙөлөш ида­ралығының табышлы эшләүе “Башкиравтодор” йәмғиәте һәм үҙҙәре өсөн генә файҙа түгел. Улар  ваҡытында һәм тейешле күләмдә һалым күсереп, республика, район ҡаҙнаһын да тулыландырып тора.

Алда яуаплы осор – ҡышҡы айҙар етә, әммә борай уңғандары был осорҙо йылдағыса ныҡлы әҙер­лек менән ҡаршылай. Юлдарҙың яҡшы торошо – юлсыларҙың именлеге тигән һүҙ. Коллективта һәр кем ошондай яуаплылыҡ тойоп эшләй ҙә инде.

- Г. СӘХИЕВА.

Читайте нас