

“Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш идаралығы дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдары һалыу, ремонтлау һәм тейешле кимәлдә тотоуға махсуслашҡан. Уның юлдары һәр миҙгелдә лә яҡшы хәлдә. Тотороҡлолоҡ һәм йоғонтолоҡ – идаралыҡтың оҙайлы йылдар дауамындағы эшмәкәрлегенә хас сифат.
Предприятиеға Ринат Лотфулла улы Аҡсурин етәкселек итә. Ул ошо коллективҡа 25 йыл ғүмерен арнаған һәм эшсенән идаралыҡ етәксеһенә тиклем юл үткән. Юл һалыу һәм ремонтлау системаһын биш бармағылай яҡшы белә, үҙ эшенең оҫтаһы һәм һәләтле етәксе.
Яуаплылыҡ һәм үҙ эшеңде яратып башҡарыу – Әбйәлил юлсыларының уңышлы эшенең айырып алғыһыҙ ҡаҙаныштары. Эштең юғары сифатына һәм юйылғыһыҙ абруйға 112 хеҙмәткәр, шул иҫәптән – 18 кешенән торған етәксе составы ярҙамында өлгәшелә. Штаттың ҙур өлөшө – тәжрибәле һәм һыналған кешеләр, әммә йәш кадрҙар ҙа коллективҡа уңышлы ҡушыла бара. Предприятиеның ғорурлығы булған һәм юғары наградалар алған һөнәрмәндәр иҫәбендә С.Р. Хәлитов, Р.И. Мәғәфүров, Р.А. Хәмзин, И.Т. Рыҫҡужин, Р.Р. Хәлитов К.А. Баймөхәмәтов, А.А. Низамовты күрһәтергә мөмкин.
Быйылғы йылды предприятие яҡшы күрһәткестәр менән тамамлай. Баш инженер Ринат Дәминдәров әйтеүенсә, үткән һигеҙ айҙа башҡарылған эш күләме 138 миллион һум тәшкил итте. Әле бында 40+340 километрҙағы, 46+340 километрҙағы участкаларҙа алты километр оҙонлоғондағы Асҡар – Әлмөхәмәт юлы ремонтлана, төҙөлөш-монтаж эштәренең хаҡы 82 миллион һум.
Әбйәлил юл-ремонт төҙөлөш идаралығының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә бөгөн райондың барлыҡ ауылдары араһында тотороҡло хәрәкәт тәьмин ителә. Автомобиль юлдары һалғанда, уларҙы ремонтлағанда һәм тейешле тәртиптә тотҡанда етештереү техникаһы һәм технология камиллаша бара. Ҡыш көндәре юлдағы соҡорҙарҙы бөтөрөү өсөн, “Матрекс” Канада технологияһына ярашлы, һалҡын асфальт-бетон ҡулланыла. Ағымлы-инъекциялы ысул менән соҡорҙарҙы һәм асфальт-бетон япмаһындағы ярыҡтарҙы ремонтлағанда “MADPATCHER” машиналарын файҙаланалар.
Юлдарҙа яңы эш төрҙәре лә башҡарыла: сикләүсе тростар металл барьерҙарға алмаштырыла, яҡтылыҡты сағылдырған сигнал бағаналары ултыртыла, ике телдә мәғлүмәт-күрһәтмә юл тамғалары ҡуйыла. Юлдарҙың эстетик күренеше йылдан-йыл яҡшыра бара һәм, юл тармағындағы алдынғы технологияларҙы ҡулланып, Әбйәлил идаралығы хеҙмәтләндергән биләмәлә автомобилдәрҙең өҙлөкһөҙ һәм хәүефһеҙ хәрәкәтен тәьмин итергә тейешле тотош саралар комплексы тормошҡа ашырыла.
Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск юлының 0,5 километрлыҡ өлөшөндә асфальт-бетон түшәү буйынса алты миллион һумлыҡ, ә Белорет – Учалы – Мейәс юлының 11 километр оҙонлоғондағы Иҫке Ташбулат – Байым – Озерный өлөшөндә 17 миллион һумлыҡ эш башҡарылды. Юлдарҙы тәртиптә тотоу эштәре лә артта ҡалмай, был йүнәлештә идаралыҡ йылдың үткән һигеҙ айында 76 миллион һумлыҡ эште үтәгән.
Коллектив Дәүләт – Әлмөхәмәт – Магнитогорск ҡалаһын урап үткән юл төҙөлөшөндә генераль подрядсы сифатында сығыш яһаны, был юл төҙөлөшөнөң оҙонлоғо – 6,27 километр, шул иҫәптән уға 77,26 метрлыҡ юл үткәргес тә инә. Ошо юл ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереүсе “Цемикс” заводына ла инә.
Предприятие халҡына эш өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған: махсус кейем-һалым, хеҙмәт хаҡы район буйынса уртаса кимәлдән юғарыраҡ. Бында эшләгәндәр райондың барлыҡ йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнаша, биләмәне төҙөкләндереү һәм йәшелләндереүҙә йыл һайын тәүге урындарҙы ала.
Ә иң мөһиме – коллективта һәр саҡ эшлекле кәйеф хөкөм һөрә, Әбйәлил юлсылары бөтә көсөн биреп эшләй һәм мөһим өлкәгә хеҙмәт итеүҙәрен яҡшы аңлай, сөнки һәйбәт юлдар һәр кемгә лә һәм һәр ваҡытта ла кәрәк бит.
- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН