

“Росавтодор”ҙың Сочиҙа үткән фәнни-ғәмәли конференцияһында юлға ҡағылышлы милли проектты тормошҡа ашырыу һәм илдә автомобиль юлдары селтәрен үҫтереүҙә уның әһәмиәте тураһында фекер алыштылар.
“Росавтодор” етәксеһе Роман Новиков әйтеүенсә, ковидҡа бәйле сикләүҙәр ғәмәлгә индерелеүгә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә юл төҙөү күләмен арттырыуға өлгәшелде. Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты буйынса 16,5 мең километрҙан ашыу юлды төҙөкләндереү, реконструкциялау һәм һалыу планлаштырыла. Программаға алты мең самаһы юл объекты индерелгән.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса күрһәткестәр бик яҡшы.
– Милли проектҡа ярашлы республикала һуңғы тиҫтә йылда күләмле юл эштәре башҡарыла. Беҙҙең өсөн был бик мөһим. Халыҡтың өмөтөн аҡлау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ, – тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев. – Милли проект нигеҙендә төҙөлгән объекттар иҫәбендә баш ҡаланың Воровский урамы башланған ерҙә Ағиҙел йылғаһы аша һалынған яңы өҫтәмә күпер ҙә бар. Ошо көндәрҙә “Башкиравтодор” йәмғиәте унда асфальт түшәй башланы.
Александр Булушев шулай уҡ Өфөлә Парк урамы, Стәрлетамаҡта октябрь проспекты, Благовещен районында Өфө–Бөрө–Яңауыл автомобиль юлы участкаһы һәм башҡаларҙың сафҡа индерелеүе тураһында һөйләне. Республикала быйыл 237 төп объектта эш дауам иткән, бөтәһе алты миллиард һумдан ашыу, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 1,7 миллиард һум аҡса бүленгән. – Әле автомобиль юлдарының таяныс селтәре төҙөлә. Милли проект объекттарының бер өлөшө уның составына инә. Шуға күрә был трассаларҙың заманса, хәүефһеҙ һәм сифатлы булыуы айырыуса мөһим, – тине министр.
Рәсәй автомобиль юлдарының таяныс селтәренә индереү өсөн Башҡортостандан дөйөм оҙонлоғо дүрт мең километрлыҡ 44 юл тәҡдим ителгән. Уларҙы норматив хәлгә килтереү өсөн федераль ҡаҙнанан өҫтәмә аҡса алыу планлаштырыла.