Иҡтисад
15 Октябрь 2021, 06:05

Йылдарға бирешмәй улар һалған юлдар

Ҡырмыҫҡалы юл ремонт-төҙөлөш идаралығы – республикалағы юл тармағының иң ҙур предприятиеларының береһе. Ул бөгөнгө ҡатмарлы иҡтисади осорҙа ла тотороҡло эшләй һәм райондың, тотош республиканың юл селтәрен яҡшыртыуға ҙур өлөш индерә.

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы идаралы­ғы юл төҙөү, ремонтлау һәм тәртиптә тотоуҙа заманса технологиялар индерә. Һәр заказды үҙ ваҡытында һәм сифатлы үтәй барып, идаралыҡ йылдан-йыл етештереү күрһәткестәрен яҡшырта бара.

Идаралыҡ ҙур булмаған юл участкаһынан үҫеп сыҡҡан. Уның тәүге етәксеһе – Наил Минеғәле улы Ғәниев. Был участка Өфө  – Инйәр – Белорет, Өфө – Ырымбур юлдарын, Ҡырмыҫҡалы районы ауылдары урамдарын хеҙмәтләндерә.

1980 йылда юл төҙөү, ремонтлау һәм тәртиптә тотоу өсөн 8-се Юл төҙөү идаралығы ойошторола һәм уның етәксеһе итеп Александр Иванович Мостолюк тәғәйенләнә. 2002 йылда 8-се идаралыҡ менән Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү-ремонтлау идаралыҡ­тарын бергә ҡушалар, уның етәксеһе Фәнил Фән улы Исхаҡов предприятиеның матди-техник базаһын һаҡлап ҡына ҡалмай, ә артабан нығыта, яңы ҡорамалдар алына.

2018 йылда Ҡырмыҫҡалы юл ремонт-төҙөлөш идаралығы етәксеһе вазифаһын Илдар Хәлим улы Яруллин биләй. Бөгөнгә предприятие 535,8 километрлыҡ автомобиль юлдарын хеҙмәтләндерә. Шул иҫәптән:

– төбәк әһәмиәтендәге 38,3 километрлыҡ Өфө – Инйәр – Белорет юлын;

– муниципаль-ара  әһәмиәтле 197,4 километр юлды;

– урындағы әһәмиәткә эйә 300,1 километр юлды.

Шул иҫәптән идаралыҡ 418 һыу үткәргес торбаны, 35 автопавильонды, 11 дана юл тамғаларын хеҙмәтләндерә.

Юл төҙөү, ремонтлау һәм реконструкциялау буйынса генераль подрядсы сифатында Ҡыр­мыҫ­ҡалы идаралығы сығыш яһай. Һуңғы йылдарҙа уның тарафынан ҙур эш күләме башҡарылған: баш ҡаланың Таш кисеү урынында Ҡариҙел йылғаһы аша күпер менән бергә баш ҡалаға федераль әһәмиәтле Көньяҡтан инеү юлы һалынды; Өфө – Ырымбур юлының Антоновка ауылына инеү юлы, Өфө ҡалаһының Киров районында Өфө – Аэропорт юлы яңыртылды.

Юл ремонт-төҙөлөш идара­лығының матди-техник базаһы заказсылар биргән һәр эште сифатлы башҡарыу мөмкинлеге тыуҙыра. Бының өсөн идара­лыҡ­тың үҙ асфальт-бетон заводы, заманса техника менән тулылан­дырылған автопаркы, гаражы, аккумулятор һәм мотор цехтары, иретеп йәбештереү посы бар.

– Предприятиеның уңышлы эшләүе белгестәрҙең үҙ һөнәрен яҡшы башҡарыуына нигеҙләнә, – ти Илдар Хәлим улы. – Бөгөн, генераль подрядсы булараҡ, төп объектыбыҙ Ҡариҙел ауылын урап үткән Бөрө – Таҫтүбә – Һатҡы юлы. 168,35 километр оҙонлоҡтағы был юл төҙөлө­шөндә 140 хеҙмәткәребеҙ эшләй, бында торлаҡ вагонсыҡтары, прораб бүлмәһе, ашхана һәм лаборатория ла булған төҙөлөш ҡаласығы урынлашҡан.

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас