Иҡтисад
16 Октябрь 2021, 03:30

Йәнә 130 тораҡта бәйләнеш буласаҡ

“Яҡын йылдарҙа республикабыҙ биләмәһен кәрәҙле бәйләнеш менән йөҙ процент тәьмин итергә планлаштырабыҙ".

Йәнә 130 тораҡта бәйләнеш буласаҡЙәнә 130 тораҡта бәйләнеш буласаҡ
Йәнә 130 тораҡта бәйләнеш буласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

Федераль үҙәк республикаға, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, кәрәҙле бәйләнеш менән тәьмин итеү өсөн максималь квота бүлгән. Һөҙөмтәлә Башҡортостандағы 130 тораҡта элемтә барлыҡҡа киләсәк. “Яҡын йылдарҙа республикабыҙ биләмәһен кәрәҙле бәйләнеш менән йөҙ процент тәьмин итергә планлаштырабыҙ, - тип яҙҙы Андрей Назаров. – Рәсәй Федерацияһының Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығына рельефтың ҡатмарлылығы менән бәйле республика халҡын бәйләнеш менән тәьмин итеү өсөн ҙур аҡса кәрәклеген еткерә алдыҡ”.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры хәбәр итеүенсә, кәрәҙле бәйләнеш буйынса август конференцияһында төпкөлдә яңы элемтә станцияларҙы төҙөүгә кәртә булған проблемалар асыҡланған. Андрей Назаров уларҙы бөтөрөргә ҡушҡайны. Хәҙер һәр муниципалитет хакимиәтендә административ һорауҙарҙы хәл итеү буйынса яуаплы кеше бар. Премьер-министрҙың яҙыуынса, һөҙөмтәле диалог ярҙамында Әбйәлилдә һәм Октябрьскийҙа яҙҙан алып килгән проблемаларҙы хәл итеп булған. “Тәүгеһендә операторҙар хакимиәттән ике яңы объектты төҙөү буйынса һорауға яуап ала алмай ине. Хәҙер был мәсьәлә хәл ителде, беренсе вышканы йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырасаҡтар. Октябрьскийға килгәндә, урындағы хакимиәттән иғтибар булмаған, ошо сәбәпле инициативалы төркөм дәғүә белдерҙе. Урында йәшәүселәр кәрәҙле бәйләнеш станцияларынан зыянлы нурланыу була тип ҡайғыра ине. Аралашып, һаулыҡ өсөн хәүефһеҙ икәнен еткерҙек. Аңланылар. Ошонан һуң МТС Октябрьскийҙа бәйләнештең өс объектын ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә селтәрҙе үткәреү һәм интернетты шәберәк итеү мөмкинлеге асылды”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.

Фото: Фейсбук.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас