Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Октябрь 2021, 13:30

Үҙебеҙҙә етештерелгән!

"Беҙҙең бренд" аҙыҡ-түлек конкурсының он-лайн форматы башланды. Был сара республикала тәүгә үтә

Үҙебеҙҙә етештерелгән!
Үҙебеҙҙә етештерелгән!

Күптән түгел "Беҙҙең бренд" аҙыҡ-түлек конкурсының он-лайн форматы башланды. Был сара республикала тәүгә үтә. Унда тауыш биреүселәр һанына ҡараясаҡтар. Уны Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостандың Күргәҙмәләр компанияһы ойоштора.

Республикала йәшәгән һәр кем үҙенә оҡшаған аҙыҡ-түлек өсөн тауышын ҡалдыра ала. Быны "Беҙҙең бренд" сайтында эшләргә мөмкин: https://nashbrendrb.ru/catalog/.

– Төбәк продукцияһы конкурсы – республикала етештерелгән аҙыҡ-түлек брендтарын танытыу өсөн бик яҡшы башланғыс. Тәү сиратта, сара ҡайһы районда ниндәй аҙыҡ-түлек етештерелгәнен күҙалларға ярҙам итә. Ә фермерҙар һәм ойошмаларға конкурс үҙен танытыу, продукцияһына иғтибарҙы йәлеп итеү мөмкинлеген бирә. Башҡортостан халҡы иһә тауарҙың сифаты һәм хаҡы тураһында мәғлүмәт еткереү мөмкинлеге менән файҙалана ала, – тине Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов.

"Беҙҙең бренд" сайтында тауыш биреү 22 ноябргә тиклем дауам итә. Еңеүселәр 25 ноябрҙә "Милли танылыу" фестивален асыу тантанаһында иғлан ителәсәк.

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: