Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Октябрь 2021, 23:15

Өфөнән яңы авиарейстар асыласаҡ

"Азимут" компанияһы етәкселеге 2022 йылда Өфөнән Нур-Солтан, Тель-Авив һәм Минск ҡалаларына тура рейстар асырға планлаштыра.

Өфөнән яңы авиарейстар асыласаҡ
Өфөнән яңы авиарейстар асыласаҡ

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Азимут” авиакомпанияһы етәкселеге – директорҙар советы рәйесе Павел Удод, генераль директоры Павел Екжанов менән осрашты. Улар халыҡ-ара һәм төбәк-ара ташыуҙар өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында һөйләште.

Республика Башлығы белдереүенсә, коронавирус шарттарында кешеләр эске авиарейстарға ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә. Бынан тыш, Башҡортостанға илдең башҡа төбәктәренән туристик ағым да арта. Ошо йәһәттән айырыуса таралған йүнәлештәргә географияны һәм йышлыҡты арттырыу мөһим.

– “Азимут” компанияһы башлыса Рәсәйҙең эске маршруттарында эшләй, уның самолеттары илдең үҙәк өлөшө, Урал һәм Себерҙең ҙур ҡалалары араһында оса. Шуға күрә берҙәм эшмәкәрлеккә ынтылабыҙ, беҙҙең халыҡ өсөн ташыуҙар географияһын киңәйтергә теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был йәһәттән һеҙ – беҙҙең республика өсөн стратегик партнер.

Авиакомпанияның директорҙар советы рәйесе Павел Удод Башҡортостан Башлығына республиканың граждандар авиацияһы үҫешенә иғтибары өсөн рәхмәт әйтте. Ул “Өфө” халыҡ-ара аэропорты эшен ойоштороуға юғары баһа бирҙе, 2022 йылда “Азимут” ташыуҙар күләмен арттырырға планлаштыра, тине.

Киләһе йылда компания паркы 150 пассажир һыймалы һигеҙ самолет менән тулыланасаҡ. Был Өфөнән Красноярскиға яңы рейстар асыу мөмкинлеге бирәсәк. Бынан тыш, санитар-эпидемиологик хәлде иҫәптә тотоп, компания етәкселеге 2022 йылда Өфөнән Нур-Солтан, Тель-Авив, Минск ҡалаларына тура рейстар асырға планлаштыра.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө менән Нур-Солтан араһында авиабәйләнеш булдырыу мөмкинлеген Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Премьер-министры Асҡар Мамин менән уларға барған сағында тикшергәйне. Ә баш ҡалабыҙҙан Тель-Авивҡа тура рейстар асыуҙы ул Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Израилдең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Алесандр Бен Цви менән бергә ҡарағайны.

"Әлбиттә, коронавирус пандемияһы беҙҙең эшкә үҙгәрештәр индерҙе. 2020 йылда пассажирҙар һаны 15 процентҡа кәмене, – тине Павел Удод. – Шул уҡ ваҡытта әле борттар 85 процентҡа тула. Был осоуҙар йышлығын арттырасаҡ, маршрут селтәрен киңәйтеү мөмкинлеге бирәсәк".

“Өфө” халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев белдереүенсә, 2021 йылда хеҙмәтләндереү күләме 3,8 миллион кешегә етәсәк. Шул уҡ ваҡытта һауа юлдары инфраструктураһы пассажирҙар ағымын йылына биш миллионға тиклем арттырыу мөмкинлеге бирә.

“Азимут” авиакомпанияһы – Дондағы Ростов, Краснодар аэропорты комплексында нигеҙләнгән төбәк авиаташыусыһы. Үҙәк Рәсәй, Урал һәм Себерҙең үҙәк ҡалаларына рейстар башҡара. 2018 йылдан алып Өфөнән Краснодарға, Дондағы Ростовҡа, 2021 йылдан Минераль Һыуҙар һәм Ереванға оса.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: