Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Октябрь 2021, 20:30

Халыҡ иң нығы нимә менән риза түгел?

18 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендә хакимиәттәр башлыҡтары һәм төбәк операторҙары ҡатнашлығында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса кәңәшмә үткәрелде.

Халыҡ иң нығы нимә менән риза түгел?
Халыҡ иң нығы нимә менән риза түгел?

18 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендә хакимиәттәр башлыҡтары һәм төбәк операторҙары ҡатнашлығында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса кәңәшмә үткәрелде. Сара видеобәйләнеш форматында Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә уҙғарылды.

"Кәңәшмә үҙәгендә буласаҡ мәсьәләгә күсер алдынан социаль һорауҙарға яуаптар һөҙөмтәләрен ҡыҫҡаса ишеттерге килә. Ике йыл буйы тиерлек республика Хөкүмәте кимәлендә “сүп-сар” реформаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен ҡараһаҡ та, һорауҙарға яуап алыу халыҡтың был хәлгә ҡарата ризаһыҙлығын күрһәтте. Элекке кеүек проблемалар ҡала: сүп-сарҙы сығарыу, уның даимилығы, контейнерҙар майҙансыҡтарын ҡарау, сүп-сарҙы айырым йыйыуҙың ипкә һалынмауы, санкцияланмаған сүплектәр. Контейнер майҙансыҡтары менән ҡәнәғәтһеҙлек, сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙарҙың булмауы, ҡалдыҡтарҙы ташығандан һуң да майҙансыҡта сүп-сарҙың ҡалыуы иң ныҡ ризаһыҙлыҡ белдерелгән сәбәптәр. Рейтингтарҙа нисек кенә күренмәйек, әммә төп индикатор – халыҡ фекере. Әгәр граждандар сүп-сар йыйыу һәм ташыу менән риза түгел икән, тимәк, был йүнәлештә эшләп еткермәйбеҙ. Был факторҙарҙың барыһынан граждандар тормошо кимәле күренә", - тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская граждандарҙың социаль селтәрҙә республикала сүп-сар реформаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре хаҡында ентекле һөйләне. 28 сентябрҙән 2 октябргә тиклем һорауҙарға яуап биреүҙә 655 респондент ҡатнашҡан. Анализ граждандарҙы контейнер һәм контейнер майҙансыҡтары торошо, санкцияланмаған сүплектәрҙең барлыҡҡа килеүе һ.б. борсой.

Төбәк операторҙары һәм муниципаль берекмәләр эше сифатына бәйле мәсьәләләр буйынса республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров һөйләне.

Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән, Благовещен, Күмертау, Мәләүез ҡалалары сиктәрендә урынлашҡан туғыҙ сүплек буйынса федераль бюджеттан финанслауға ғариза яҙырға ниәтләйбеҙ. Әле Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығына 2022-2023 йылдарҙа Баймаҡ, Сибай ҡалаларында сүплектәрҙе бөтөрөүгә Башҡортостан бюджетына субсидия биреүгә ғариза тапшырҙы", - тип белдерҙе Премьер-министр.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: