Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Октябрь 2021, 19:50

Ниәттән ғәмәлгә – бер аҙым

Пилотһыҙ авиация картографияла, завод-фабрикалар биләмәләрен һәм ауыл хужалығы ерҙәрен байҡауҙа, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүҙә ныҡ кәрәк.

Ниәттән ғәмәлгә – бер аҙым
Ниәттән ғәмәлгә – бер аҙым

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Обнинск ҡалаһының "Технология" фәнни-етештереү предприятиеһы ("Ростех" дәүләт корпорацияһына ҡарай) генераль директоры Андрей Силкинды ҡабул итте. Осрашыуҙа инновациялы сәнәғәт проекттарын тормошҡа ашырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре хаҡында һүҙ барҙы.

– "Технология" предприятиеһы үҙен полимер, композит һәм керамик материалдар етештереү буйынса абруйлы ойошма булараҡ танытты. Беҙ пилотһыҙ осоу аппараттары эшләгәндә уларға таянырға теләйбеҙ. "Технология" кеүек стратегик партнер менән хеҙмәттәшлек яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирер, тип ышанам, – тине төбәк етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: быйыл августа Башҡортостан Хөкүмәте бизнес вәкилдәре менән пилотһыҙ осоу аппраттары эшләү кластеры булдырыу хаҡында килешеү төҙөгәйне. Радий Хәбировтың әйтеүенсә, был – төбәктең сәнәғәте өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, сөнки пилотһыҙ авиация картографияла, завод-фабрикалар биләмәләрен һәм ауыл хужалығы ерҙәрен байҡауҙа, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүҙә ныҡ кәрәк.

Андрей Силкин беҙҙең республика вәкилдәрен үҙе етәкләгән предприятиены килеп күрергә, эш барышы менән яҡындан танышырға саҡырҙы. "Башҡортостан – берлектәге башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа перспективалы һәм ышаныслы партнер", – тине ул.

Осрашыу мәлендә Башҡортостан Хөкүмәте менән "Технология" фәнни-етештереү предприятиеһы араһында инновациялы проекттарҙы берлектә тормошҡа ашырыу буйынса ниәттәр хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

 

Фото: glavarb.ru

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас: