Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Октябрь 2021, 14:15

Шәкәр сөгөлдөрөнөң 90 проценты йыйып алынған

Сөгөлдөр сәскән 16 райондың өсәүһендә — Благовар, Ҡырмыҫҡалы, Өфө — уңыш йыйыу тулыһынса тамамланған, дүрт районда эштәр аҙағына яҡынлаша.

Татлы тамырҙың тулайым йыйымы 810 мең тоннанан ашҡан. Уртаса уңыш гектарына 247,6 центнер тәшкил итә. Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында гектар ҡеүәте —  336 — 439 центнер.

Бөгөнгә республиканың шәкәр етештереү заводтарына 415 мең тоннанан ашыу сеймал оҙатылған, 15 мең тонна тирәһе шәкәр етештерелгән.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл шәкәр сөгөлдөрө республиканың 16 районында 36,5 мең гектар майҙанда сәселгән. Былтыр иһә татлы тамыр 28,8 мең гектар майҙанды биләгән, уртаса уңдырышлыҡ гектарынан 400 центнер тәшкил иткән. Был 2019 йылғы күрһәткестәрҙән 10 процентҡа юғарыраҡ. 2020 йылғы тулайым йыйым 1 миллион тоннанан артҡан. Быйылғы йәйҙең үтә эҫе тороуы һәм ҡоролоҡ бөтә культураларҙың да уңышына кире тәьҫир яһаны.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: