Иҡтисад
18 Октябрь 2021, 07:30

“Урман” операцияһы һөҙөмәләрен иғлан иттеләр

Урман фондына законһыҙ ағас ҡырҡыуҙан килтерелгән зыян күләме 2 694,7 мең һум тәшкил иткән.

“Урман” операцияһы һөҙөмәләрен иғлан иттеләр“Урман” операцияһы һөҙөмәләрен иғлан иттеләр
“Урман” операцияһы һөҙөмәләрен иғлан иттеләр

"Урман" операцияһы һөҙөмтәләренә ҡарағанда, урман фондына законһыҙ ағас ҡырҡыуҙан килтерелгән зыян күләме 2 694,7 мең һум тәшкил иткән.

  • Операция барышында 68 берлектәге рейдтар үткәрелде, унда хоҡуҡ һаҡлау органдарынан йөҙгә яҡын кеше, 273 урман һаҡлау инспекторы, урманды һаҡлау буйынса 10 йәмәғәт инспекторы ҡатнашты. Дөйөм ташылған ағас күләме 1,2 мең кубометрҙан ашыу тәшкил иткән. Урман ҡануниәтен боҙоп 44,86 кубометр ағас ташыған өс транспорт сараһы тотола, — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры урынбаҫары Азамат Баев.

Азамат Баев билдәләүенсә, урман ҡануниәтен боҙоуҙың 83 осрағы асыҡланған, шуларҙың 21-е урман ҡырҡыу осрағы. Урман фондына законһыҙ ағас ҡырҡыуҙан килтерелгән зыян күләме 2 694,7 мең һум тәшкил иткән.

Бынан тыш, был операция сиктәрендә 62 административ хоҡуҡ боҙоу асыҡланған, шуларҙың 20-һе янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн төҙөлгән.

 

фото: тригорода.рф

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас