Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Октябрь 2021, 09:41

Был йорттарҙың хужалары ҡайҙа?

drive2.ru
Фото:drive2.ru

Башҡортостанда йыл башынан алып хужаһы билдәһеҙ булған 1136 күсемһеҙ объект теркәлгән.  Бөтә был биналар суд ҡарары нигеҙендә тәүҙә муниципаль мөлкәткә әүерелә, артабан уларҙы теләгән һәр кем һатып ала аласаҡ.

Йәмәғәтселәр төбәктә ташландыҡ биналарҙың күп булыуына электән иғтибар итә. Улар нигеҙҙә ферма, келәт, ырҙын биналары, шулай уҡ бер кем дә йәшәмәгән һәм тирә-яғы төҙөкләндерелмәгән торлаҡ йорттар ҙа байтаҡ. Улар күбеһенсә ярым-емерек хәлдә һәм янынан үтеп йөрөүселәр өсөн хәүеф тыуҙыра.

Етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров күптән түгел ошо проблеманы хәл итеү башланғысы менән сығыш яһаны. Ул тотош Рәсәй буйынса ташландыҡ объекттарҙы файҙаланыу тәжрибәһен өйрәнгән һәм Башҡортостан муниципалитеттары өсөн методик тәҡдимдәр эшләгән.

– Рәсәйҙә ауыл хакимиәттәренең хужаһыҙ объекттарҙы суд аша үҙ милкенә әйләндереү осраҡтары күп, – ти Зариф Байғусҡаров. – Беҙ быны нисек эшләү хаҡында тәҡдимдәр яҙҙыҡ, уларҙы “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы, республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы менән яраштырҙыҡ, быйыл июндән башлап муниципалитеттарға тарата башланым. Хәҙер улар был тәҡдимдәрҙе файҙалана, эш башланды.

Зариф Байғусҡаров әйтеүенсә, проблеманы хәл итеүҙең ике варианты тәҡдим ителә: беренсеһе – ташландыҡ бинаның хужаһы бар, әммә ул объектты тәртиптә тотоу буйынса бер нимә лә эшләмәй. Күсемһеҙ мөлкәт хужаһына ҡарата административ комиссия ҡануниәткә ярашлы булған тәьҫир саралары ҡуллана, улар ярҙам итмәһә, объектты хужаһыҙ тип таныу буйынса суд процедураһы башлана.

Икенсе вариант объектҡа милек хужаһы теркәлмәгән осраҡты күҙ уңында тота. Ундай осраҡта йортто суд ҡарары нигеҙендә хужаһыҙ тип танырға һәм муниципалитет милке итергә мөмкин. Башҡортостанда ошондай закон бар: муниципалитеттағы административ комиссия торлаҡ хужалары менән эшләргә һәм үҙенең күсемһеҙ мөлкәтен тәртиптә тотмаған, төҙөклән­дер­мәгән өсөн уның хужаларын яуаплылыҡҡа тарттырырға хоҡуҡлы.

Әбйәлил районында, мәҫәлән, таш­ландыҡ (хужаһы юҡ йәки билдәһеҙ) күсемһеҙ мөлкәт объекттарын асыҡлау һәм муниципалитет милкенә әйләндереү буйынса системалы эш башланған.

 – Районда барлығы 28 хужаһыҙ объект асыҡланды, уларҙың 13-ө буйынса ошо мөлкәтте ауыл биләмәһе ҡарамағына тапшырыу тураһындағы суд ҡарарҙары ҡабул ителде, ҡалғандары әлеге мәлдә район суды ҡарамағында, – ти райондың муниципаль милеккә идара итеү бүлеге етәксеһе Розалиә Ҡунаҡбаева.

Уның әйтеүенсә, был эштә методик күрһәтмәләр һәйбәт ярҙам итә.  Мәҫәлән, Йәнгел ауыл советы биләмәһендәге иген ырҙыны буйынса суд ҡарарын ҡабул итеүҙә шул күрһәтмәләр ҡулланылған. Элегерәк был ырҙын табағы урындағы  совхоздыҡы булған икән, ә хәҙер егерме йыллап хужаһыҙ тора. Ҡунаҡбаева аңлатыуынса, ауыл биләмәһе хакимиәте милек хоҡуғын теркәүгә документтар әҙерләп биргән, мөлкәттең хаҡын билдәләү бара, артабан уны үҫемлекселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән крәҫтиән (фермер) хужалығына һатырға мөмкин буласаҡ.

Зариф Байғусҡаров аңлатыуынса, ташландыҡ объекттарҙы юҡҡа сығарыу буйынса махсус программа кәрәк. Ошондай биналарҙы тәртипкә килтереү һәм яңы эш урындары булдырыу буйынса йөкләмә алған фермерҙар һәм эшҡыуарҙарға грант бирелһен. Муниципалитеттарға ла был проб­леманы хәл итеү отошло. Ундай объекттарҙы муниципалитет милкенә әйләндергәндә төҙөлөш өсөн ер ала алмаған граждандарҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү мөмкинлеге лә тыуа. Депутат әйткәнсә, әлеге ҡануниәтте ғәмәлдә ҡулланыуҙа килеп тыуған мәсьәләләр буйынса методик күрһәтмәләргә үҙгәрештәр индереләсәк.

 – Әгәр ҙә беҙ был проблема менән эҙмә-эҙлекле шөғөлләнһәк, ауылдарыбыҙҙа ташландыҡ йорттар ҡалмаҫ ине, – ти Зариф Байғусҡаров. –  Улар янғын йәһәтенән дә хәүеф тыуҙыра бит, эргәһендә уйнап йөрөгән бала-саға өсөн дә ҡурҡыныс. Ауылдарыбыҙҙың йөҙөн йәмһеҙләүе лә ваҡ мәсьәлә түгел.

Мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Рәсәй ауылдарындағы ташландыҡ йорттар һаны 20 миллион самаһы. Быйыл июндән алып муниципалитеттарға улар буйынса үҙаллы мәғлүмәт туплау хоҡуғы бирелде: тәүҙә архивтарҙа, эске эштәр органдарында һәм башҡа учреждениеларҙа уларҙың хужалары эҙләп табыла, үткән йылдар өсөн күсемһеҙ мөлкәткә һалым түләү талабы ҡуйыла һәм, хат ебәрелгәндән алып 45 көн дауамында яуап булмаһа, йорт муниципалитет милкенә күсә. Хужалары был биналарҙы һатырға йәки бүләк итергә лә хоҡуҡлы, тик бының өсөн уларға тәүҙә Берҙәм дәүләт реестрында теркәлергә, милек хоҡуғы буйынса танытма алырға һәм уҙған йылдар өсөн ер участкаһына, күсемһеҙ мөлкәткә һалымдарҙы түләп ҡуйырға кәрәк буласаҡ.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Читайте нас: