Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Октябрь 2021, 09:30

Эшлекле туризм үҫешә

ru.depositphotos.com
Фото:ru.depositphotos.com

Былтырғы йомғаҡтар күрһәтеүенсә, Башҡортостанда эшлекле туризм күләме артҡан. Сәфәр операторҙары мәғлүмәттәренә ҡарағанда, уҙған йыл республикабыҙҙа 58,1 мең эшлекле турист булып киткән. 2019 йыл менән сағыштырғанда, был биш мең кешегә күберәк тигән һүҙ. Республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты белдереүенсә, был һөҙөмтәгә төбәгебеҙҙә ҙур саралар үткәреү йоғонто яһаған.

Эшлекле туризм – төрлө компаниялар хеҙмәткәрҙәренең үҙ һөнәре буйынса корпоратив сараларҙа ҡатнашыуҙы маҡсат итеп ҡуйған сәйәхәте. Эксперттар билдәләүенсә, эшлекле туристың көндәлек сығымдары ғәҙәти кешенекенән өс тапҡырға артып китә. Шуға күрә лә был тармаҡты үҫтереү һәр ил өсөн отошло, сөнки бындай шарттарҙа хеҙмәтләндереү өлкәһе лә йәнләнә, бизнес-ҡунаҡханалар, бизнес-авиация, күргәҙмә һәм конгресс үҙәктәре, заманса түләү системалары барлыҡҡа килә. Саралар һәм осрашыуҙар үткәреүҙән тыш, эшлекле туризм экскурсиялар һәм мәҙәни программаларҙы ла үҙ эсенә ала.

Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Элина Ғатауллина әйтеүенсә, эшлекле саралар үткәреп кенә туристар ағымын көсәйтеп булмай, уларға күңел асыу һәм мәҙәни-ағартыу саралары ла өҫтәлергә тейеш. Былтыр уҙғарылған халыҡ-ара урбанистика форумы, “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” финалы, Халыҡ-ара бизнес аҙналығы һәм башҡа саралар шуны асыҡ күрһәтте. Шуға күрә быйыл Өфөлә үткәрелгән “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russiа) милли чемпионаты финалы, унан алда ғына ойошторолған Санкт-Петербург иҡтисади форумы тәжрибәһен иҫәпкә алып, төрлө тематик кисәләргә, экскурсияларға һәм исем туйҙарына бай булды.

Коммерцияға ҡарамаған “Башҡортостан Республикаһы экспортына ярҙам үҙәге” акционерҙар йәмғиәте директоры Илдус Хәлитов билдәләүенсә, былтыр республика эшҡыуарҙарының сауҙа мөнәсәбәттәре географияһы донъяның 120 иленә таралған. Был илдәр эшҡыуарҙары ла беҙҙең республикаға килгән эшлекле туристарҙың ҙур өлөшөн тәшкил итә. Үткән йылғы ауыр пандемия шарттарында ла “Башҡортостан Республикаһы экспортына ярҙам үҙәге” был һөҙөмтәне кәметмәҫкә, күргәҙмә-йәрминкә сараларында йышыраҡ ҡатнашырға тырышҡан. Һуңғы өс йылда республика йүнселдәре ошондай сараларҙа 670 миллиард һумдан ашыулыҡ килешеүҙәр төҙөгән.

Быйыл Үҙәк эшмәкәрлеген йәнләндерә төштө. Ошо ынтылыш дауам итә, Башҡортостан экспортсылары (ә улар республикала 900-ҙән ашыу) үҙ продукцияһын Төркиәгә, Германияға, БДБ илдәренә һатыуҙы киңәйтте. “Эшлекле туризмды барлыҡҡа килтергән күргәҙмә сараларын ойоштороу – пандемия осоронда иң ныҡ зыян күргән йүнәлештәрҙең береһе. Шулай ҙа был осорҙағы бөтә ҡатмарлыҡтар компанияның эшен туҡтата алманы, беҙ баҙарҙағы урыныбыҙҙы юғалтманыҡ”, – ти “Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы” йәмғиәтенең генераль директоры Альбина Килдеғолова. Ул аңлатыуынса, күргәҙмә ойоштороусылар был сараларҙы үткәрергә рөхсәт булырын-булмаҫын белмәйенсә лә уларға әҙерләнергә бурыслы, сөнки күргәҙмә тиҙ арала һәм ашығыс ойошторола алмай.

Тармаҡ белгестәре аңлатыуынса, бындай шарттарҙа республика Хөкүмәтенең ярҙамы һиҙелерлек ыңғай йоғонто яһаған, беҙҙең төбәк төрлө саралар үткәреү өсөн ябылманы.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Читайте нас: