Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Октябрь 2021, 16:30

Картуфтың хаҡы 13 процентҡа артҡан

Башҡортостанстат хәбәр итеүенсә, сентябрь айында аҙыҡ-түлеккә хаҡтың 1,3 процентҡа артыуы теркәлгән.

Картуфтың хаҡы 13 процентҡа артҡан
Картуфтың хаҡы 13 процентҡа артҡан

Сентябрҙә иң һиҙелерлек булып картуфҡа хаҡ артҡан. Әле генә ихаталарҙа һәм баҫыуҙарҙа ҡаҙылып алыуға ҡарамаҫтан, уның хаҡы 13 процентҡа күтәрелә. Йомортҡаға хаҡтар шулай уҡ 8,9 процентҡа, макаронға — 3,6 процентҡа, емеш -еләккә — 2 процентҡа, ит продукцияһына — 1,7 проценттан 4,6 процентҡа, һөткә 1,2 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта йөҙөмгә хаҡтар 14,6 процентҡа, кәбеҫтәгә, сөгөлдөргә һәм кишергә — 9,9 процентҡа, 11,5 процентҡа, балыҡҡа — 3,9 процентҡа, алмаға 2,1 процентҡа кәмегән.

Көҙҙөң тәүге айында автомобиль шиндары 8,4 процентҡа, газ яғыулығы — 3,9 процентҡа, автомобилдәр — 3 процентҡа, мебель — 2,4 процентҡа, электр тауарҙары, көнкүреш техникаһы, аяҡ кейеме 1,7 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта төҙөлөш материалдары — 2,8 процентҡа, телевидение һәм радио продукцияһы бер процентҡа кәмегән.

Хеҙмәттәргә килгәндә, сентябрҙә физик тәрбиә һәм спорт хеҙмәттәре ҡиммәтләнгән — 2,2 процентҡа, шәхси мәктәптәрҙә белем алыу — 14,3 процентҡа, колледждарҙа — 4 процентҡа, сит телдәр курстарында 8,5 процентҡа хаҡ артҡан. Әммә поездарҙа йөрөү 13,2 процентҡа, авиабәйләнеш — 12,9 процентҡа, ҡунаҡханала йәшәү — 6,5 — 18,8 процентҡа, шифаханаларға юлламалар — 5,8 процентҡа һәм дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорттарында уҡыу 3,6 процентҡа арзанайған.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: