Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Октябрь 2021, 22:00

Кем ул үҙмәшғүл?

Һөнәри килеменә һалым түләгәндәрҙең килеме 8,3 миллиард һум тәшкил иткән.

Кем ул үҙмәшғүл?
Кем ул үҙмәшғүл?

17 октябргә ҡарата мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, һөнәри килем өсөн һалым түләгән 64,7 мең үҙмәшғүл эшмәкәрлек алып бара. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, уларҙың һаны өс тапҡырға артҡан (былтыр туғыҙ айҙа 22 мең булған).

Үҙмәшғүл тип үҙенең һөнәри килеме өсөн һалым түләүселәр атала. Был – физик шәхестәр килеменән ташламалы дүрт процент, юридик шәхестәр, шәхси эшҡыуарҙар килеменән алты процент ставкалы махсус һалым режимы. Уны теләк буйынса файҙаланырға мөмкин.

"Быйыл туғыҙ ай эсендә Башҡортостандың консолидацияланған бюджетына 108,9 миллион һум күләмендә һалым килде. Үткән йылға ҡарағанда үҫеш – 3,8 процент", - тине республиканың финанс министры Лира Иғтисамова.

Һөнәри килеменә һалым түләгәндәрҙең килеме 8,3 миллиард һум тәшкил иткән. 14,5 миллион чек бирелгән, уларҙың уртаса хаҡы 570 һум булған. Һөнәри килемгә һалымды үҙе эшләгәндәр йәки үҙҙәре етештергән тауарҙарҙы һатҡандар түләй. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт килешеүе булған хеҙмәткәрҙәре юҡ. Мәҫәлән, маникюр оҫтаһы, водитель, репетитор, сантехник, тәржемәсе, тегенсе, юрист йәки саралар ойоштороусы. Фатирҙы ҡуртымға биргәндә лә һөнәри килемгә һалым түләргә мөмкин. Рәсми рәүештә үҙмәшғүл булыр өсөн “Минең һалым” мобиль ҡушымтаһында йәки "Дәүләт хеҙмәттәре"ндә шәхси кабинетта теркәлергә кәрәк.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53087 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: