Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Октябрь 2021, 09:27

Килешеү төҙө лә үтәлеүен талап ит

Эш хаҡын һуңлатыу һәм уны түләүҙе рәсми теркәмәү иҡтисади үҫеште тотҡарлай.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында мәшғүллектең формаль булмаған өлөшөн кәметеү һәм эш хаҡын үҙ ваҡытында түләү мәсьәләләре буйынса Республика ведомство-ара комиссияһының ултырышы булды. Унда ойошмалар, район һәм ҡала хакимиәттәре, башҡарма власть, федераль хоҡуҡ һаҡлау һәм контроль-күҙәтеү органдары вәкилдәре сығыш яһаны. Был йүнәлештәрҙә ниндәй проблемалар борсой һәм улар нисек хәл ителә, алға китеш бармы?

 

Бурыс кәмей

 

Республика дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйылғы 1 авгусҡа 93 ойошмала 6 792 хеҙмәткәрҙең эш хаҡы буйынса кисектерелгән бурыс 602,7 миллион һум тәшкил иткән, шуның 68,1 проценты бөлгөнлөккә төшкән ойошмаларға тура килә. Әлеге ултырышта комиссия ағзалары биш ойошманың хеҙмәт хаҡы буйынса бурысын ҡараны, улар – “Яңы техника”, “Система” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, “БашНИИнефтемаш” дәүләт унитар предприятиеһы, Ғафури районының “Родина” агрофирмаһы һәм Стәр­летамаҡ районының “Земля” акционерҙар йәмғиәте. Уларҙан “Земля” йәмғиәте вәкиле генә сентябрь аҙағына саҡлы ошо коллективта эш хаҡы буйынса кисек­терелгән бурыстың тулыһынса бөтөрөләсәге тураһында белдерҙе.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Тимур Кәримов эш хаҡы буйынса кисектерелгән бурысты тулыһынса ҡаплау өсөн тейешле саралар күрергә ҡушты, был эштең нисек барыуы тураһында бурыслы предприятиелар Республика ведомство-ара комиссияһына даими хәбәр итеп торорға тейеш.

 

Сәбәп аҡсала ғына түгел

 

Хеҙмәт хаҡының тотҡарланыуын бөтөрөүгә ҡамасаулаған төп сәбәптәрҙең береһе – халыҡтың бер өлөшөнөң рәсми теркәлмә­йенсә, йәғни ҡануниәткә ярашлы хеҙмәт килешеүе төҙөмәйенсә эшләүе. Икенсе төрлө әйткәндә, кеше эш биргән түрә менән телдән генә килешә, рәсми алғанда, ул юҡ тиһәң дә була. Бының кире яҡтары билдәле:

– килешеүҙә ҡаралмаған бу­рыстарҙы үтәргә мәжбүр булыу;

– эш шарттарының хеҙмәт ҡануниәте номаларына тап килмәүе;

– сәбәбен аңлатмайынса һәм түләп еткермәйенсә эштән ебәреү;

– Пенсия, Мотлаҡ медицина страховкаһы, Социаль страховка фондтарына иғәнә күсерелмәүе;

– социаль гарантиялар булмауы (түләүле отпуск, ваҡытлыса хеҙ­мәткә яраҡһыҙлыҡҡа түләү);

– эшһеҙлек буйынса пособиеның иң түбән күләме;

– башҡа урынға эшкә урын­лашҡанда стажды һәм тәжрибәне иҫбатлай алмау.

Рәсми теркәлеп эшләүҙең үҙ өҫтөнлөктәре бар:

– үҙ ваҡытында һәм тулы рәсми эш хаҡы алыу;

– гарантияланған түләүҙәр алыу;

– пенсия тәьминәте;

– федераль ҡануниәткә ярашлы социаль страховка;

– ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡ­һыҙлыҡҡа түләү;

– йыл һайын түләүле отпуск;

– йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиелар;

– баланы 1,5 йәшкәсә тәрбиәләү буйынса пособие;

– кредит алыу мөмкинлеге;

– лайыҡлы хеҙмәт шарттары;

– һалым ташламаһы алыу.

Хеҙмәткәр ни өсөн теркәлмәй?

 

Төп сәбәптәр бында бер нисәү: халыҡтың хоҡуҡи мәҙәниәте түбән булыуы, килешеү нигеҙендә эшкә урынлашыуҙың ҡыйынлығы (көнәр­кәшлек, тәҡдимдең аҙ булыуы, эш биреүсенең һалым түләргә телә­мәүе), эш графигының уңайлылығы, өҫтәмә килем алыу мөмкинлеге, дуҫтар өлгөһө, түрәләр контролендә йәки коллективта эшләргә теләмәү, эшкә алғанда белемгә һәм квалификацияға иғтибар итмәүҙәре.

Рәсми теркәлмәй эшләү бигерәк тә йәштәрҙе йәлеп итә, сөнки улар­ҙың әлегә белеме һәм ошо һөнәр буйынса хеҙмәт тәжрибәһе юҡ, мәш­ғүллек менән бергә уҡыуҙы бергә алып барыу мөмкинлеге лә тәүге планға сыға. Күп кенә оло йәштә­ге­ләр, хеҙмәт урыны таба алмайынса, һатыу маҡсатында ауыл ху­жалығы продукцияһы етештерергә керешә, ләкин был, әлбиттә, рәсми мәшғүллек булып һанала алмай.

Рәсми теркәлмәй эшләү һалым­дарҙың аҙыраҡ йыйылыуына ғына килтермәй, ә кешеләрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоуға ла юл ҡуя. Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ тураһындағы кодексының 5.27-се статьяһының 4-се өлөшөнә ярашлы, хеҙмәт килешеүе булмаған йәки уны дөрөҫ тултырмаған өсөн эш биреүсенән 10 мең һумдан 20 мең һумға саҡлы, ә ойошманан 50 мең һумдан алып 100 мең һумға тиклем штраф түләтеүҙәре ихтимал.

“Коммерсантъ” гәзите хәбәр итеүенсә, пенсия реформаһы һәм эшләп йөрөгән оло йәштәгеләрҙең пенсияһына индексация яһалмау һөҙөмтәһендә мәшғүлдәр араһында рәсми теркәлмәй хеҙмәт иткәндәр өлөшө арта бара. Был, тәбиғи, һалым йыйыуҙы арттырыуға ла тотҡарлыҡ яһай.

Рәсми теркәлмәй эшләгәндәр өлөшө Рәсәй буйынса бөтә мәш­ғүлдәр һанына ҡарата былтырғы йомғаҡтар буйынса 21,3 процент тәшкил иткәйне. Ул миҙгелгә лә бәйле, сөнки ошолай теркәлмәй ялланғандарҙың байтаҡ өлөшө ауыл хужалығы буйынса шөғөлләнә.

Шуныһы ла бар: рәсми теркәл­мәй эшләгәндәр һанын аныҡ ҡына бил­дәләүе ҡыйын, сөнки, аңлашы­лыуынса, улар эш биреүсе менән телдән килешеү буйынса ғына хеҙмәт итә. Шуға күрә төрлө сыға­наҡ­тар был һанды төрлөсә атай. “Рос­стат” мәғлүмәттәренә ҡараған­да, ундайҙар Рәсәйҙә 15 миллион кеше.

“РБК” хәбәр итеүенсә, рәсми тер­кәлмәй эшкә йөрөгәндәрҙең ту­ғыҙ миллионы самаһы шәхси эшҡы­уар­ҙарға һәм фермер хужалыҡ­тарына ялланып эшләй, өс миллион ярым кеше үҙҙәре шәхси эшҡыуарлыҡты алып бара (юридик яҡтан ойошма тип теркәлмәйенсә генә), бер миллиондан ашыуырағы йорт хужалы­ғында, һунарсылыҡта һәм балыҡ­сылыҡта мәшғүл.

 

Бурыс – миллиард ярым һум

 

Быйыл 1 авгусҡа ҡарата Рәсәйҙә эш хаҡы буйынса кисектерелгән бурыс 1,5 миллиард һумға еткән. “Российская газета”, “Росстат”ҡа һылтанып хәбәр итеүенсә, был бурыс былтырғы менән сағыштыр­ғанда, 26 миллион һумға, йәғни 1,8 процентҡа артҡан. Эш биреүселәр һуңлатҡан бурыстың иң ҙур күләме эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларына тура килә (дөйөм бурыс струк­тураһының 38,3 проценты), артабан төҙөүселәр (23 процент) һәм транспортсылар (15,6 процент) килә.

– Эш хаҡы буйынса бурыс биге­рәк тә йәйге миҙгелдә арта, сөнки ҡайһы бер ойошмаларҙа уны тү­ләү­ҙә ҡыйынлыҡ тыуа, – ти Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты проректоры Александр Сафонов. – Бынан тыш, айырым эшмәкәрлек төрҙәрен сикләгән пандемия ла сәбәпсе. Сеймал һәм тупланма әйберҙәр биреүселәргә электән йыйылып килгән бурыс айырым ҡаралырға тейеш. Шулай ҙа эш хаҡы буйынса кисектерелгән бурыс ил күләмендә бик аҙға ғына артты.

Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палата­һы­ның “Кеше капиталын үҫтереү” база кафедраһы доценты Людмила Иванова-Швец әйтеүенсә, эш хаҡы буйынса кисектерелгән бурыс бар­лыҡҡа килеүенең төп сәбәптәре шулар: ҡануниәттең “йом­шаҡ”лығы, социаль яуаплылыҡтың түбән булыуы, хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ хоҡуҡ­тарының үтәлешен талап итмәүе. “Енәйәт яуаплылығы индереү ҙә был хәлгә әллә ни йоғонто яһай алманы, – ти ул. – Хеҙмәткәргә үҙ хоҡуғын яҡлауы еңел түгел, сөнки күпмелер ваҡыт үткәс кенә ойошма етәксеһенә эште туҡтатыуы тураһында хат ебәрергә, судҡа дәғүә тапшырырға кәрәк. Әммә кешеләр бындай аҙымға бик теләмәй генә бара, сөнки эш хаҡы түләнер тип һуңғы сиккәсә көтөргә күнеккәндәр. Көнбайыш илдәрен­дәге ҡануниәт башҡасараҡ: эш биреүсе бил­дәләнгән көнгә хеҙмәт хаҡын түләмәһә, ойошма вәкилдәре икенсе көнөнә үк эшкә сыҡмаҫҡа хоҡуҡлы”.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Читайте нас: