Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Октябрь 2021, 14:30

Lasselsberger компанияһы етәксеһе менән осрашыу

Яҡтар Башҡортостанда компанияның инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу барышы тураһында фекер алышты.

Lasselsberger  компанияһы етәксеһе менән осрашыу
Lasselsberger компанияһы етәксеһе менән осрашыу

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Lasselsberger компанияһының ойоштороусыһы Йозеф Ласселсбергер менән осрашты. Яҡтар Башҡортостанда компанияның инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу барышы тураһында фекер алышты.

Мәғлүм булыуынса, быйыл августа Әбйәлил районында Рәсәй Президенты Владимир Путин компанияның бүлендек предприятиеһы – аҡ цемент сығарыу буйынса “Цемикс” заводын асыуҙа ҡатнашҡайны. Бында йылына 240 мең тонна цемент һәм 100 мең тонна микрокальцит етештереү ҡеүәтенә эйә булған производство ойошторолдо. Киләсәктә төҙөлөш ҡатнашмалары әҙерләү һәм ҡапсыҡтарға тултырыу цехын сафҡа индереү күҙаллана. Проектҡа 5,7 миллиард һум инвестиция йүнәлтелгән. Уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 220 яңы эш урыны барлыҡҡа килгән.  

Компанияның Башҡортостандағы йәнә бер инвестиция проекты – Өфө районында керамик плитә һәм керамогранит етештереүҙе киңәйтеү. Быйыл июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Радий Хәбиров һәм Йозеф Ласселсбергер ошо башланғысты тормошҡа ашырыу буйынса ниәттәр тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғайны.

Инвестиция проекты 2026 йылға тиклем керамик плитә сығарыу күләмен йылына 10 миллион квадрат метрға арттырыуҙы күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта компания 270 яңы эш урыны булдырыуҙы планлаштыра.

Осрашыуҙа Радий Хәбиров һәм Йозеф Ласселсбергер производствоны артабан үҫтереү мөмкинлектәре һәм инвестиция проекттарына, шул иҫәптән транспорт һәм инженерлыҡ инфраструктураһы булдырыу йәһәтенән дәүләт ярҙамы саралары тураһында һөйләште.

Республика Башлығы коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатыуҙың мөһимлеген билдәләне. Йозеф Ласселсбергер әйтеүенсә, компанияла хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығына яуаплы ҡарайҙар һәм прививка яһатыу буйынса эште әүҙемләштерәсәктәр.

Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146910.html

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146910.html

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: