Иҡтисад
19 Октябрь 2021, 18:50

“Вокзал” сауҙа-сервис комплексын яптылар

Тейешле ҡағиҙәләр үтәлмәгән өсөн комплекс хужаһын административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары ихтимал.

“Вокзал” сауҙа-сервис комплексын яптылар“Вокзал” сауҙа-сервис комплексын яптылар
“Вокзал” сауҙа-сервис комплексын яптылар

Стәрлетамаҡта Башҡортостан Башлығы указына индерелгән яңы ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн “Вокзал” сауҙа-сервис комплексын яптылар.

”Стерлитамакский рабочий” гәзите хәбәр итеүенсә, 19 октябрҙә үткәрелгән рейд барышында етди тәртип боҙоуҙар асыҡланған. Инеү урынында вахтер ҙа, термометрия ла булмаған. Аҙаҡ комплекста температура үлсәү өсөн аппараттың бөтөнләй юҡлығы асыҡланған. Комплексҡа килгәндәрҙең вакцина яһатыу тураһында сертификаттары тикшерелмәгән.

“Указға ярашлы, сауҙа үҙәктәрендә пропуск режимы булырға тейеш. Бында ундай тәртип ҡағиҙәләре юҡ”, – тигән аңлатма бирҙе ҡала хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙары һәм хеҙмәттәр бүлеге начальнигы Альбина Кинйәбулатова.

Тикшереү материалдары судҡа ебәреләсәк, ете көн эсендә сауҙа нөктәһенең яҙмышы хәл ителәсәк. Комплекс хужаһын административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары ихтимал.

Сергей Крамсков фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас