Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Октябрь 2021, 23:15

Закон проекты раҫланды

"Мотлаҡ медицина страховкалау фонды бюджеты республика үҫеше өсөн үтә мөһим".

Закон проекты раҫланды
Закон проекты раҫланды

19 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе, унда "Башҡортостан Республикаһының 2022 йылға, 2023 һәм 2024 йылдарға планлаштырыу мөҙҙәтенә мотлаҡ медицина страховкалау территориаль фонды бюджеты тураһында" закон проекты ҡабул ителде.

"Мотлаҡ медицина страховкалау фонды бюджеты республика үҫеше өсөн үтә мөһим, - тине Премьер-министр Андрей Назаров. – Һуңғы ваҡытта фонд иҫәбенә һаулыҡ һаҡлау тармағын финанслауҙы арттырыу тенденцияһы күҙәтелә. Әйтәйек, 2019 йылда бюджет 54 миллиард һум тәшкил итһә, 2020 йылда — 58,5 миллиард һум, ә быйыл - 60,8 миллиард һум. Алдағы өс йылда был һандарҙың тағы ла артыуы фаразлана".

Башҡортостан Республикаһының мотлаҡ медицина страховкалау территориаль фонды директоры Юлия Кофанова билдәләүенсә, фонд бюджеты килемдәренең байтаҡ өлөшөн, йәки 96 процентын, Мотлаҡ медицина страховкалау федераль фонды бюджетынан күсерелгән субвенциялар тәшкил итә. 

Шулай итеп, 2022 йылда мотлаҡ медицина страховкалау территориаль программаһын тормошҡа ашырыу өсөн Мотлаҡ медицина страховкалау федераль фондынан 62,3 миллиард һум, йәки 2021 йылдың көтөлгән килеменән 7,3 процентҡа күберәк, аҡса бүленәсәк. Шулай уҡ 2023-2024 йылдарҙа 65,7 һәм 69,6 миллиард һумлыҡ үҫеш фаразлана.

2022-2024 йылдарҙа мотлаҡ медицина страховкалауҙың төп программаһынан тыш башҡарылған сығымдарҙы финанс яҡтан тәьмин итеү өсөн фонд бюджетына күсерелгән Башҡортостан бюджеты аҡсаһы йыл һайын 1,4 миллиард һум тәшкил итәсәк, был 2021 йылғы күрһәткестән биш тапҡырға күберәк. Үҫеш фондҡа 2022 йылдан социаль әһәмиәткә эйә медицина ярҙамының төп мотлаҡ медицина страховкалау программаһына инмәгән төрҙәрен финанслау буйынса вәкәләттәрҙе тапшырыу менән бәйле, атап әйткәндә, "Венерология" профилендә медицина һәм паллиатив медицина ярҙамы.

2022 йылда мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса страховкаланған бер страховкалау фондының финанс ярҙамы 16,4 мең һум күләмендә планлаштырыла, был 2021 йыл баһаһынан 6,3 процентҡа күберәк. 2023 йылға финанс тәьминәте 17,2 мең һум тәшкил итәсәк, был 2022 йыл фаразынан 4,8 процентҡа юғары, 2024 йылға — 18,2 мең һум йәки 2023 йыл фаразынан 5,7 процентҡа күберәк.

Премьер-министр билдәләүенсә, был аҡсаларҙы пандемия шарттарында ММС фонды сығымдары структураһына рациональ урынлаштырыу бик мөһим.

"Беҙҙең төп бурыс – һаулыҡ һаҡлау системаһының тотороҡлолоғон һаҡлау, медицина хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын ваҡытында түләүҙе тәьмин итеү", — тип йомғаҡ яһаны Андрей Назаров.

2022 йылда медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса дәүләт гарантиялары программаһына ярашлы, амбулатор һәм көндөҙгө дауаханаларҙа коронавирус менән ауырығандан һуң мөрәжәғәт иткән кешеләрҙе реабилитациялау нормативтары 12 процентҡа арттырылды, тип өҫтәне Юлия Кофанова. Шулай уҡ киләһе йылда ПЦР диагностикаһына, компьютер томографтарына сығымдар күбәйтеләсәк.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53089

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: