Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Октябрь 2021, 16:45

Әүҙемерәк булайыҡ!

Тауышығыҙҙы 7 ноябргә тиклем биреп өлгөрөгөҙ.

Әүҙемерәк булайыҡ!
Әүҙемерәк булайыҡ!

Бөгөн “Рәсәй тәмдәре” туҡланыу аҙыҡ-түлеге төбәк брендтары милли конкурсының “Халыҡ тауыш биреүе” этабы башланды.

20 октябрҙән 7 ноябргә тиклем илдәге һәр төбәктә йәшәгән кешеләр өс яратҡан бренды өсөн тауыш бирә ала. Бының өсөн  https://russiantastes.ru/ һылтанмаһы буйынса сайтҡа инеп, исемлектән төбәкте һәм брендты һайларға кәрәк.

 – Башҡортостанда төрлө аҙыҡ-түлек брендтары күп, –  тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Төбәктә продукция етештерәләр, тәмле һәм файҙалы ризыҡтар әҙерләйҙәр. Былтыр “Халыҡ тауыш биреүе” номинацияһында саҡ ҡына призлы урынға сыҡмай ҡалдыҡ – башҡорт балы өсөн бер нисә тауыш етмәне.

Хәҙер республикабыҙ исеменән 15 башҡорт бренды сығыш яһай. Улар – башҡорт өсбошмағы, Башҡортостандан шоколад, башҡорт соусы, Башҡортостандан ыҫланған дөйәғош ите, башҡорт ҡымыҙы, башҡорт балынан эшләнгән алкоголһеҙ эсемлек, башҡорт оҙаҡ һаҡланған сыры, башҡорт ҡаҡланған ҡаҙылығы, башҡорт ҡорото, башҡорт баллы сыры, “Ҡурғаҙаҡ” минераль һыуы һәм былтыр конкурста бронза миҙал яулаған башҡорт балы.

Әйткәндәй, быйыл һуңғыһын – башҡорт балын – беренселеккә сығарыу мөмкинлегебеҙ бар. Тауыш бирәйек һәм алтын миҙалды яулайыҡ!

Фото:  БР Ауыл хужалығы министрлығы.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: