Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Октябрь 2021, 22:45

Эшҡыуарға ҙур бурыс ҡайтарылған

Ошондай мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү өсөн кәрәкле телефондар һәм электрон почта адресы - яҙмала.

Эшҡыуарға ҙур бурыс ҡайтарылған
Эшҡыуарға ҙур бурыс ҡайтарылған

Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллинға Нефтекама ҡалаһынан йүнсел муниципаль килешеү буйынса башҡарылған эш өсөн түләү алыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.

"Компания муниципаль бюджет учреждениеһы менән 4,5 миллион һумлыҡ юл билдәләрен ҡуйыу өсөн материалдар менән тәьмин итеү тураһында килешеү төҙөй. Барыһы ла үҙ ваҡытында, апрель айында уҡ эшләнгән, әммә мәлендә түләү алмағандар. Июль аҙағында ла аҡса юҡ ине әле, — тип аңлатма бирҙе Флүр Әсәҙуллин. — Дәүләт һәм муниципаль килешеүе буйынса эште башҡарып та, түләүҙәрҙе тотҡарлау менән бәйле мәсьәләләр һуңғы ваҡытта йышайҙы. Быйыл килгән мөрәжәғәттәрҙең яҡынса 10 проценты ошоға ҡағыла", — тине ул.

Бизнес-омбудсмен әйтеүенсә, компания матди яҡтан ауырлыҡтар кисерә башлаған, сөнки был аҡсаны иҫәпкә алып ҡаҙнаһын иҫәпләп сығарған. Бындай осраҡтарҙы кисектереү хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын түләмәү, һалымдарҙы һәм башҡа түләүҙәрҙе үтәмәү, кредиттар буйынса түләүҙәрҙең ваҡытын үткәреп ебәреү, башҡа күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе мөмкин.

Эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү өсөн Флүр Әсәҙуллин прокуратураға ғариза биргәндәрҙең дәлилдәрен тикшереүҙе һорап үтенес ебәргән. Артабан тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ҡала хакимиәте башлығына иҫкәртеү яһала, хакимиәттең финанс идаралығы етәкселегенә ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу осрағы буйынса эш ҡуҙғатыла. Һөҙөмтәлә компания алдындағы бурыс тулыһынса ҡайтарыла.

Ошондай мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү өсөн Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил дәүләт һәм муниципаль килешеүҙәр өлкәһендә хоҡуҡтарын боҙоу осрағына юлыҡҡан эшҡыуарҙар өсөн ҡыҙыу бәйләнеш аса: +79174001818. Бынан тыш, йүнселдәр +7(347)218-18-18 телефонына шылтыратып йәки электрон почта аша мөрәжәғәт итә ала: [email protected].

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53103

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: