

"Росреестр"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре төбәктең риэлтор компаниялары вәкилдәре өсөн уҡыу семинары уҙғарҙы. Унда төп мәсьәлә булараҡ "Росреестр" порталындағы “Шәхси кабинет” аша күсемһеҙ милекте теркәүгә документтар биреү буйынса яңы мөмкинлектәр ҡаралды.
"Яңыртылған “Шәхси кабинет” ярҙамында милеккә хоҡуҡты теркәүгә, кадастр иҫәбенә ҡуйыуға, шулай уҡ берҙәм иҫәп һәм теркәүгә ғариза бирергә, күсемһеҙ милек реестрынан белешмә алырға, милекселәр иҫәбендәге объекттарҙы контролдә тоторға, бушлай онлайн хеҙмәттәрҙән ҡулланырға мөмкин", - тип һөйләне "Росреестр"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова. Ул шулай уҡ йылдан-йыл республикала күсемһеҙ милек менән электрон сауҙа итеүгә бәйле ихтыяждың артыуын билдәләне. 2021 йылдың туғыҙ айы һөҙөмтәләренән күренеүенсә, уҙған йыл менән сағыштырғанда, электрон ғаризаларҙың иҫәбе 62 процентҡа артҡан, ә инде дөйөм эш күләме буйынса алып ҡарағанда, электрон документтар 40 проценттан ашыу өлөштө тәшкил итә.
Уҡыу барышында Марина Мартынова “Шәхси кабинет” ярҙамында хоҡуҡты теркәүгә ғариза биреү алымы менән ентекле таныштырҙы, бығаса ҡулланыу мөмкин булмаған ике яҡлы алыш-биреш нескәлектәре тураһында һөйләне.
"Росреестр" белгестәре үҙ порталындағы популяр сервистарҙың эшмәкәрлеге тураһында ла аңлатма бирҙе. "Беҙ киләсәктә лә һөнәри берләшмәләр менән хеҙмәттәшлекте дауам итәсәкбеҙ, - тип билдәләне идаралыҡ етәксеһе Петр Клец. – Күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын арттырыу, шул уҡ ваҡытта процеста ҡатнашыусыларҙың сығымдарын мөмкин тиклем кәметеү йәһәтенән маҡсатлы эш алып барабыҙ".
Фото: pravitelstvorb.ru
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53105