Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Октябрь 2021, 21:30

Төп иғтибар - социаль өлкәгә

Андрей Назаров: "Былтырғы пандемияға бәйле проблемаларҙан һәм оҙайлы локдаундан һуң бюджет аҡрынлап тотороҡлана бара".

Төп иғтибар - социаль өлкәгә
Төп иғтибар - социаль өлкәгә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республика бюджетының хәле тураһында яҙҙы.

"Хөкүмәттә республика бюджетының быйылғы туғыҙ айҙағы һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһаныҡ. Былтырғы пандемияға бәйле проблемаларҙан һәм оҙайлы локдаундан һуң бюджет аҡрынлап тотороҡлана бара. Килем күләме 20 процентҡа артҡан. Ойошмаларҙың табышына, дөйөм килемгә, физик шәхестәрҙең килемдәренә һәм акциздарына һалым йыйыу артҡан.

Шулай ҙа көрсөккә тиклемге күрһәткестәргә етә алмайбыҙ әле. Тағы ла өс процентты кире ҡайтарырға кәрәк.

Киләһе йылда килемебеҙҙе тағы ла 11,5 процентҡа, ә 2023 һәм 2024 йылдарҙа алты һәм ете процентҡа арттырырға ниәтләйбеҙ. Хәҙер иң эре һалым түләүселәр йәнә көс йыя бара. Бынан тыш, ил бюджетынан социаль, торлаҡ һәм эре юл объекттары төҙөү өсөн аҡса килеренә иҫәп тотабыҙ. Ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында федераль власть органдары менән һөйләшеүҙәр алып барыла.

Шул уҡ ваҡытта, һис шикһеҙ, Хөкүмәттең һалым йыйыу менән генә шөғөлләнергә тейеш түгеллеген һәйбәт аңлайбыҙ. Яңы инвесторҙар эҙләү тураһында оноторға ярамай. Ә улар беҙгә теләп килһен өсөн төрлө яҡлап уңайлы шарттар булдырырға тура килә: инвестиция һалымын тотҡарлау күләмен 50 проценттан 90 процентҡа тиклем арттырырға ниәтләйбеҙ. Бынан тыш, ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын файҙаланыуға лицензияһы булған һәм 10 миллиард һумдан күберәк инвестиция индерергә теләгән предприятиеларҙы мөлкәт һалымы түләүҙән азат итәсәкбеҙ. Ауыл хужалығына һалымдың берҙәм ставкаһын нулгә тиклем кәметәсәкбеҙ. Был алымдар бер нисә йылдан үҙен аҡлаясаҡ, ә әлегеләй ауыр осорҙа бизнесҡа булышлыҡ итергә кәрәк.

Ғәҙәттә, республиканың бюджет сығымдарының төп өлөшөн социаль йөкләмәләргә йүнәлтәбеҙ. Шуға күрә күберәк килем алған һайын һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа, мәҙәниәткә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә, ауыл хужалығына, юл объекттарына һ.б. күберәк аҡса сарыф итә аласаҡбыҙ.

Ошо көндәрҙә барыһын да ентекләберәк һөйләрмен. Барығыҙға ла һаулыҡ теләйем!"

Фото: А. Назаровтың Фейсбуктағы сәхифәһе.

#командахабирова #правительстворазвития #Башкортостан #комфортныйрегион #бюджетРБ

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: