

Баймаҡтың Иҫке Сибай ауылы халҡын оҙаҡ йылдар борсоған проблема хәл ителәсәк: Ҡарағайлы йылғаһы аша һалынған күпер төҙөлөшө йылдам бара.
Көндәрҙең һыуытып ебәреүе генә эштәрҙе бер аҙ тотҡарламаһа, тип борсола халыҡ.
Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙған: "Иҫке Сибай ауылында Ҡарағайлы йылғаһы аша күпер быйыл декабрҙә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Төҙөлөш бер ай элек башланғайны. Әле йылға ярын нығытыу бара".
Тимәк, яңы йылға Иҫке Сибай ауылы халҡы шәп бүләк аласаҡ.
Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.