

Бөгөнгә көнбағыш сәселгән майҙандың 95 проценты һуғылған. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уның тулайым уңышы бөгөн 300,5 мең тонна тәшкил итә. Уртаса уңыш - гектарынан 12,2 центнер.
Көнбағыштың иң һәйбәт күрһәткестәре Архангел, Дүртөйлө, Ауырғазы һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында. Уларҙа бер гектарҙан 20 центнер һуғып алғандар.
Быйыл 50 муниципалитетта 257 мең гектарҙа көнбағыш менән сәселгән булған.
Шишмә районында был майлы культура 7930 гектар майҙанда сәселгән. Тәүгеләрҙән булып уны Әхмәтйәнов крәҫтиән (фермер) хужалығында һуғып алғандар. Ағалы-ҡустылы Илнур менән Илшат Әхмәтйәновтар, ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, уңыштың яҡшы булыуынан ҡәнәғәт.
"Көнбағышты Шишмә май етештереү заводына тапшырабыҙ. Быйыл уны 73 гектар майҙанда сәстек, гектарынан 18 – 20 центнер һуғып алдыҡ. Орлоҡтоң гибридына ғына өҫтөнлөк бирәбеҙ. Быйыл “Пионер” тигәнен ултырттыҡ. Ҡоролоҡ булыуын иҫәпкә алып, ашламалар индерҙек. Йәй буйы был баҫыуға бер тамсы ла ямғыр төшмәне. Шуға ҡарамаҫтан, уңыш алдыҡ. Был, әлбиттә, һәйбәт күрһәткес", - ти Илнур Әхмәтйәнов.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.