Иҡтисад
21 Октябрь 2021, 10:15

Был хеҙмәттәр электрон формаға күсә

Ошо айҙа Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы ике хеҙмәт төрөн электрон форматҡа күсерә.

Был хеҙмәттәр электрон формаға күсәБыл хеҙмәттәр электрон формаға күсә
Был хеҙмәттәр электрон формаға күсә

“Һүҙ дәүләт милкендә булған объекттарҙы ҡуртымға биреү (ер биләмәләренән башҡа) килешеүҙәре буйынса иҫәп-хисапты үҙ-ара сағыштырып ҡарау акттары һәм Башҡортостандың дәүләт милкендә булған йәки дәүләт милке сикләнмәгән ер биләмәләре өсөн ҡуртым түләүҙәрен үҙ-ара сағыштырып ҡарау акттары тураһында бара”, – ти министр Наталья Полянская.

Бөгөнгә Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы халыҡ өсөн 17 хеҙмәт төрөн электрон форматта күрһәтә. Был яңылыҡтар министрлыҡтың эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек итеү сифатын яҡшырта, хеҙмәт төрөн алыуға ваҡыт та аҙыраҡ китә.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас