Иҡтисад
22 Октябрь 2021, 16:00

Дауыт ауылына - "зәңгәр яғыулыҡ"

Радий Хәбиров: "Республикала был дәүләт программаһы 2,6 мең тораҡ пунктына ҡағыласаҡ".

Дауыт ауылына - "зәңгәр яғыулыҡ"Дауыт ауылына - "зәңгәр яғыулыҡ"
Дауыт ауылына - "зәңгәр яғыулыҡ"

22 октябрҙә Әбйәлил районының Дауыт ауылында тәүге йорттарҙы “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырыу тантанаһы булды. Был ҡыуаныслы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Газпроммежрегионгаз” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Сергей Густов ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл августа Рәсәй Президенты Владимир Путин “Цемикс” заводы хеҙмәткәрҙәре һәм төҙөүселәре менән осрашҡанда Дауыт ауылын газға тоташтырып бөтөргә ҡушҡайны. Был мәсьәләне рекордлы ваҡытта – ике ай эсендә – атҡарҙылар: ауыл эсендә дөйөм оҙонлоғо 15,6 километр булған селтәрҙе участка сиктәренә тиклем еткерҙеләр. Атҡарылған эш һөҙөмтәһендә 400-ҙән ашыу ер участкаһын газға тоташтыра аласаҡтар. 212 йорт хужаһынан ошондай ғариза килгән дә.

– Бөгөн Башҡортостанда илебеҙ Президенты Владимир Путин башланғыс һалған эшкә - газ үткәреү буйынса масштаблы социаль программаға старт бирҙек. Ул ауылдарҙа “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа участкалар сигенә тиклем бушлай тоташтырыуҙы үҙ эсенә ала. Дауыт – беренсе аҙым. Республикала программа 2,6 мең тораҡ пунктына ҡағыласаҡ, - тине Радий Хәбиров. – Ошоноң менән республикала әле 83,6 процент тәшкил иткән газ үткәреүҙе ун процентҡа арттыра аласаҡбыҙ.

"Рәсәй төбәктәренә, бигерәк тә ауыл биләмәләренә газ үткәреү – “Газпроммежрегионгаз” тормошҡа ашырған мөһим социаль мәсьәләләрҙең береһе, - тип белдерҙе компанияның генераль директоры Сергей Густов. – Башҡортостанға газ индереү план-графигына ярашлы, тиҙләтелгән механизм буйынса газ селтәрҙәренә потенциаль тоташтырыу ҡеүәте – 176 мең йорт хужаһынан ашыу".

Дауыт ауылында беренселәрҙән булып Гөлнара менән Самат Килмөхәмәтовтар йортона “зәңгәр яғыулыҡ” индерелде. Улар өс бала – ике ҡыҙ һәм бер ул – тәрбиәләй. Был ауылда 2009 йылдан алып йәшәйҙәр, йорттарын мейескә утын яғып йылытҡандар.

Әлеге дәүләт программаһында ҡатнашыуҙан тыш, Килмөхәмәтовтар, күп балалы ғаилә булараҡ, газ үткәреүгә республика сертификатын алды. Шулай итеп, йорттарына “зәңгәр яғыулыҡ” индереү бушҡа төштө.

Радий Хәбиров һәм Сергей Густов Килмөхәмәтовтарға ҡунаҡҡа инде, газ ҡоролмаһы ҡуйылған бинаны ҡараны, ғаилә менән бергәләп сәй эсте, һөйләште.

"Өйөбөҙгә газ индереүҙәренә шатбыҙ. Был – беҙҙең өсөн мөһим һәм ҡыуаныслы мәл, - тине Гөлнара Килмөхәмәтова. – Яуаплы эш атҡарған газ тармағы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерәм – уңайлылыҡ һәм йылылыҡ өләшәләр".

Тантаналы саранан һуң Башҡортостан Башлығы Әбйәлил районы халҡы менән аралашты. Улар республика етәкселегенә һәм “Газпром” компанияһына Дауыт ауылы йорттарын ауыл эсендәге газ селтәренә тоташтырған өсөн рәхмәт әйтте, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр хаҡында һөйләне. Ошо иҫәптә – яңы социаль объекттарға ихтыяж, транспортҡа йөрөргә ҡамасаулаған юлдар торошо менән ризаһыҙлыҡ.

Радий Хәбиров 2022 йылда юлдарға ваҡ таш түшәү һәм проблемалы участкаларҙы тигеҙләү өсөн ун миллион һум аҡса бүлергә ҡушты. Башҡортостан Башлығы Асҡар ауылындағы 250 сабый йөрөгән “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһында ремонт эштәрен тамамлау өсөн аҡса бүлеү кәрәклеген белдерҙе. Тағы бер мәсьәлә – Асҡарҙа “Көнсығыш-1” биҫтәһендәге яңы мәктәп төҙөлөшө. Төбәк етәксеһе мәғариф ойошмаһы проектының Республика адреслы инвестиция программаһына индерелеүе хаҡында әйтте. Урында йәшәүселәр районда яңы медицина ойошмаларының, шул иҫәптән бала табыу һәм инфекция бүлексәләренең асылыу мөмкинлектәре менән дә ҡыҙыҡһынды.

- Ҙур дауаханаларҙа бала табыуҙы үткәреү мөһим. Унда табиптар ҙур компетенцияға, бай эш тәжрибәһенә эйә. Заманса “Ашығыс ярҙам” автомобилдәре ауырлы ҡатындарҙы бала табыу бүлексәләренә тиҙ алып барыу мөмкинлеген бирә. Юлдар торошон яйлап тәртипкә килтерербеҙ, - тине Радий Хәбиров. – Бынан тыш, Октябрьский һәм Сибай ҡалаларында ике инфекция госпитале төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Уларҙа урында йәшәгәндәр һәм күрше райондарҙан пациенттар дауаланасаҡ.

Был ҡыуаныслы ваҡиға хаҡында Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә лә яҙып, тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас