

Әлшәй районының “Раевка” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә (генераль директоры – Таһир Латипов) 5 мең гектарға тиклем майҙанда шәкәр сөгөлдөрөн үҫтереү һәм йыйып алыу мөмкинлегенә эйә техника бар. Әйткәндәй, ҡасандыр бында тап ошондай күләмдә татлы тамыр йыйып алынған.
“Раевка” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең башҡарма директоры Илгиз Свечниковтың белдереүенсә, әле хужалыҡтың 33 мең гектар һөрөнтө ере бар: унда бойҙай, арпа, шәкәр сөгөлдөрө һәм башҡа культуралар сәсәләр. Өҫтөнлөк шәкәр сөгөлдөрөнә бирелә, сөнки йәмғиәт – “Раевка шәкәр заводы” компаниялар төркөмөнә ҡараған хужалыҡтарҙың береһе.
Быйыл “Раевка” йәмғиәтендә татлы аҙыҡ 2 мең гектар ерҙә сәселһә, киләһе йыл был күләмде ике тапҡырға – 4 мең гектарҙан ашыуға тиклем – арттырмаҡсылар. Шәкәр сөгөлдөрөнән уңыш гектарынан 200 центнерҙан ашыу тәшкил итә. Игенгә килгәндә, уңыш гектарынан уртаса 20-шәр центнер булған.
Әйткәндәй, хужалыҡта 240 тирәһе хеҙмәтсән эшләй. Бында 2 мең баш һыйыр малы бар. Уларҙан 524-е – һауын һыйыры. Көн һайын һөттө “Өфө һөт заводы” йәмғиәтенә тапшыралар.
Техника, орлоҡ һатып алыу өсөн дәүләт субсидияларын уңышлы файҙалана хужалыҡ. Шулай итеп, һуңғы өс йылда 200 миллион һумлыҡ техника – тракторҙар, сәскестәр – һатып алынған.
Һәр хужалыҡ-ойошманың хеҙмәт алдынғылары була. “Раевка” йәмғиәтенең өлкән агрономы Риф Исламов, тракторсы Вәсил Шәйәхмәтов, ферма мөдире Сергей Ермолаев, һауынсы Лилиә Анчина – тап шундайҙарҙан.
Әйткәндәй, хужалыҡта шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙып алыуҙы Республика көнөндә тамамлағандар. Быйылғы йәй ҡоро килһә лә, ямғырҙар яумай йонсотһа ла, ошо сәбәпле уңыш артыҡ мул булмаһа ла... Шулай ҙа киләһе йылдың яҡшы килеренә өмөт итә ауыл хеҙмәтсәндәре.
- Айһылыу НИЗАМОВА

