Иҡтисад
25 Октябрь 2021, 15:45

"Һеҙ - яуаплы, ышаныслы партнерыбыҙ"

2023 - 2027 йылдарҙа Башҡортостан генерация компанияһының объекттарында ҡорамалдар яңыртыласаҡ. Дөйөм инвестиция күләме 18,2 миллиард һум тәшкил итәсәк.

"Һеҙ - яуаплы, ышаныслы партнерыбыҙ""Һеҙ - яуаплы, ышаныслы партнерыбыҙ"
"Һеҙ - яуаплы, ышаныслы партнерыбыҙ"

Быйыл Башҡортостан генерация компанияһы үҙенең энергетика объекттарын техник йыһазландырыу һәм яңыртыу өсөн дүрт миллиард һум аҡса йүнәлтәсәк. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә йәмғиәттең генераль директоры Виктор Лариошкин һөйләне.

Был үткән йылдар күрһәткестәренән күпкә юғары. Мәҫәлән, 2019 йылда ошо маҡсатҡа 1,374 миллиард һум йүнәлтелһә, 2020 йылда 1,821 миллиард һум булған.

Күләмдең был тиклем артыуы компанияның йылылыҡ электр станцияларын модернизациялау буйынса федераль программала ҡатнашыуына бәйле. Ул Рәсәйҙә 2019 йылдан башланғайны. Компания бик етди һайлап алыу аша үтте һәм проекттарының һөҙөмтәле икәнлеген дәлилләй алды. Программаға ярашлы, 2023 - 2027 йылдарҙа Ҡарман ГРЭС-ы, Өфөләге "ТЭЦ-2" һәм "ТЭЦ-4", Өфө янындағы ТЭЦ, Стәрлетамаҡ, Яңы Стәрлетамаҡ ТЭЦ-тарында ҡорамалдар яңыртыласаҡ. Дөйөм инвестиция күләме 18,2 миллиард һум тәшкил итәсәк.

"Был генерация объекттарын төҙөкләндергәс, уларҙың ҡеүәте, хеҙмәт итеү ваҡыты артасаҡ, яғыулыҡ тотоноу кәмейәсәк. Ҡорамалдар ышаныслы эшләйәсәк", – тине Виктор Лариошкин.

Генераль директор белдереүенсә, төп бурыстарҙың береһе – генерация объекттарын 2021-2022 йылғы йылытыу миҙгеленә әҙерләү. Эштәр графикка ярашлы бара. Энергетиктар дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумлыҡ 22 ҡорамалды ремонтлаған. Был билдәләнгән ваҡытта йорттарға йылылыҡ биреү мөмкинлеген асҡан.

"Һеҙ - яуаплы, ышаныслы партнерыбыҙ, энергия һәм йылылыҡ менән өҙлөкһөҙ тәьмин итәһегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Модернизация буйынса темпты кәметмәүегеҙ мөһим. Уны артабан да тотороҡло үҫтереү кәрәк".

Виктор Лариошкин компанияның санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүгә яуаплы ҡарауын да билдәләне. Бында хеҙмәткәрҙәрҙең 83 проценты вакцинаның беренсе һәм 80 проценты икенсе компонентын һалдырған (2559 кеше).

“БГК” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Интер РАО” төркөмөнә инә) – Рәсәйҙең иң ҙур төбәк энергетика компанияларының береһе. Уға 2006 йылда нигеҙ һалынған, Башҡортостан буйынса халыҡты йылылыҡ, энергия ресурстары менән тәьмин иткән 20 ҙур һәм бәләкәй энергия объектын берләштерә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.  

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас