

Бөгөн Башҡортостан дәүләт аграр университетында "Фермерҙар мәктәбе" федераль проектының дүртенсе төркөмөн тәүге дәрескә йыйҙылар.
"Россельхозбанк" Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә яңы эш башлаған фермерҙарҙы һөҙөмтәле хужалыҡ алып барырға өйрәтә һәм үҙ эшен асҡандарҙың белемен камиллаштырыуға булышлыҡ итә. Башҡортостан ошо тәжрибәне тормошҡа ашырыусы майҙансыҡ булараҡ юҡҡа һайланмаған. Был юлы 25 уҡыусы саҡырылған. Улар "Баҡсасылыҡ", "Малсылыҡ продукттарын эшкәртеү" буйынса дәрестәр аласаҡ.
Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева, "Фермерҙар мәктәбе"н тамамлағандар артабан дәүләт ярҙамына өмөт итә ала, тип ышандырҙы. "Был майҙансыҡ һеҙҙең өсөн яҡшы башланғыс булырға тейеш. Башҡа абитуриенттарҙан айырмалы, тиҙ арала тәғәйен һөнәргә эйә буласаҡһығыҙ", – тине ул.
Башҡортостандың "Фермер мәктәбе", ғәҙәттәгесә, Башҡортостан дәүләт аграр университеты базаһында үткәрелә. Уҡыу курсы ике ай ярымға иҫәпләнгән, теоретик һәм ғәмәли өлөштәрҙән тора.
Университет ректоры Илдар Ғәбитов билдәләүенсә, проектты тормошҡа ашырыу өсөн "Һыйыр малын үрсетеү", "Һөнәрселек сырҙары", "Умартасылыҡ" кеүек йүнәлештәр буйынса белем биреүҙе һайлағандар. Тағы икәүҙең өҫтәлеүе курстарҙың ихтыяж менән файҙаланылыуы тураһында һөйләй.
"Россельхозбанк" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе директоры Алексей Самсонов әйтеүенсә, аграр университеттың көслө уҡытыусылар составы юғары кимәлдәге уҡыу программалары әҙерләгән. Уның фекеренсә, курс үҙ уҡыусыларына глобаль үҙгәрештәргә һәм тенденцияларға тиҙ яраҡлашырға ярҙам итәсәк.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53193