Иҡтисад
25 Октябрь 2021, 13:30

Ниндәй өлкәлә үҫеш күҙәтелә?

Башҡортостанда үҙебеҙҙә етештерелгән һәм ташылған тауарҙар күләме 20 процентҡа артҡан.

Ниндәй өлкәлә үҫеш күҙәтелә?Ниндәй өлкәлә үҫеш күҙәтелә?
Ниндәй өлкәлә үҫеш күҙәтелә?

Башҡортостанда үҙебеҙҙә етештерелгән һәм ташылған тауарҙар күләме 20 процентҡа артҡан.

Үҫеш 42 муниципалитетта күҙәтелгән, күрһәткестәр Күмертау ҡалаһында (187,1 процент), Тәтешле (184,4), Шишмә (174,5 процент) райондарында юғарыраҡ булған. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республика муниципалитеттары башлыҡтары менән оператив кәңәшмәлә әйтте.

Андрей Назаров белдереүенсә, иҡтисад үҫешен тергеҙеү өсөн тәү сиратта предприятиеларҙың инвестиция эшмәкәрлеген, инвесторҙарҙы йәлеп итеүҙе көйләргә кәрәк: тап йүнселдәр хеҙмәт урындарын барлыҡҡа килтерә, һалымды, эш хаҡын түләй, баҙарҙы тауарҙар менән тултыра, ҡулланыусылар ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов бөгөн республикалағы 30 муниципалитетта ыңғай үҫеш күҙәтелеүе хаҡында белдерҙе.

Кәңәшмәнең икенсе өлөшөндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов муниципаль кимәлдә милли проекттарҙың касса йәһәтенән тулыланышы хаҡында әйтте. Рәсәй Финанс министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 21 октябргә урындағы бюджеттарҙы үҙләштереү 6,6 миллиард һум йәки 48,8 процент тәшкил иткән. Был – ил буйынса түбәнерәк, Волга буйы федераль округында уртаса билдәнән юғарыраҡ күрһәткес. Айырым муниципалитеттарҙың түбән кассаға эйә булыуы контракттарҙы башҡарыу сроктарынан тайпылыуға бәйле, тип белдерелде кәңәшмәлә.

"Милли проекттарҙы үтәү буйынса Өфөләге – ике, Стәрлетамаҡ районындағы өс һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы бер объект буйынса тайпылыш күҙәтелә. Барлыҡ объекттар ҙа контролдә", - тине Илшат Тажетдинов. Бынан тыш, ул етештереү эштәре графигында тайпылыштар булған объекттарға иғтибар итергә ҡушты.

Андрей Назаров барлыҡ хакимиәт башлыҡтарына бөтә килешеүҙәрҙең үҙ ваҡытында үтәлешен тәьмин итергә, был йылға күҙалланған барлыҡ төҙөлөш-монтаж эштәрен тамамларға, финанс йылын бюджет аҡсаһын 100 процентҡа үҙләштереү менән тамамларға ҡушты.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53194 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас