

Рәсәйҙә эпизоотик хәл көсөргәнешле булып ҡалыуын дауам итә. Көн һайын теге йәки был төбәктәрҙә айырыуса хәүефле сирҙәрҙең яңы усаҡтары теркәлә. Беҙгә сусҡаларҙың африка тағуны, юғары патогенлы ҡоштар киҙеүе, ящур һәм башҡа сирҙәр хәүеф менән янай. Был сирҙәр бик тиҙ тарала, ә уларҙан һуң малдарҙың һәм ҡош-ҡорттарҙың үлем осраҡтары – 90 процент тәшкил итә. Былар тураһында бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин һөйләне.
Былтыр юғары патогенлы ҡоштар киҙеүе беҙҙең сиктәргә бик ныҡ яҡынланы. Сир усаҡтары беҙгә яҡын булған Силәбе, Һамар, Һарытау өлкәләре, Татарстан Республикаһында теркәлде. Быйыл грипп Рәсәйҙең көньяғында Ростов өлкәһе, Ставрополь һәм Краснодар крайҙарында бик күп ҡош-ҡортто юҡҡа сығарҙы.
– Һуңғы айҙа Силәбе өлкәһендә ете усаҡ, Ырымбур өлкәһендә – 13, Төмән өлкәһендә – 10, Һарытау, Свердловск, Һамар өлкәләре һәм Удмурт республикаһында ошо көндәрҙә генә икешәр осраҡ асыҡланды, – тине Азат Йыһаншин. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл октябрҙә ҡоштар киҙеүе беҙҙең республикаға ла инде. Вирус алиментар юл менән – ем, һыу, инвентарь аша йоға.
4 октябрҙә ветеринария хеҙмәтенә Туймазы районының Бишҡурай ауылындағы ҡаҙ фермаһында һәм ошо уҡ райондың Николаевка ауылында күркә фермаһында (икеһе лә “Алтын Ҡаҙ” фермер хужалығы) күпләп ҡош-ҡорттоң ҡырылыуы тураһында хәбәр килә. Белгестәр тикшергәндән һуң, бында ҡоштар киҙеүе табыла. Шунда уҡ сирҙе артабан таратмау өсөн саралар күрелә. Инструкцияға ярашлы, биш километр радиуста урынлашҡан бөтә ҡоштар алынған һәм юҡҡа сығарылған. Хәүефле зонаға ете ауыл ингән, бында халыҡтан 1426 баш йорт ҡошо алынған. “Алтын ҡаҙ” хужалығында ете мең баш ҡаҙ һәм ике мең баш күркә юҡҡа сығарылған. Әле тикшереү алып барыла, сир ҡырағай күсмә ҡоштарҙан килтерелгән тигән фараз бар.
Әле был урындарҙа һаман эштәр дауам ителә. Карантин һуңғы зарарлы ҡошто юҡ иткәндән һуң 21 көн үткәс кенә алынасаҡ.
– Шуныһы борсоуға һала, ҡоштар киҙеүе вирусы ҡырағай фаунаға киткән. Бында иһә ул контролһеҙ тарала һәм яңынан-яңы биләмәләрҙе зарарлай ала. Шулай уҡ әле һаман Силәбе, Ырымбур өлкәләренән сир инеү хәүефе лә бар.
Азат Йыһаншин белдереүенсә, әле Өфө, Благовещен, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Мәләүез, Благовар, Әлшәй райондарында урынлашҡан ҙур ҡошсолоҡ предприятиеларына хәүеф янай. Уларҙа 8 миллион баш ҡош-ҡорт тотола.
Хәүефте кәметеү өсөн бөтә йорт ҡош-ҡортон һарайҙан сығармаҫҡа, ҡырағай ҡоштар менән контакт булдырмаҫҡа, тиҙ арала уларҙы һуя башларға тәҡдим ителә. Ҡош-ҡорт өсөн емде ветеринария хеҙмәте менән килешкәс кенә алырға рөхсәт ителә.
Тағы бер хәүеф – сусҡаларҙың африка тағуны. Был вирус та ҡырағай мөхиткә күскән. Йыл башынан алып илдең 36 субъектында әлеге сирҙең 210 усағы теркәлгән. Сир беҙҙең күршеләргә лә килеп еткән. Быйыл Мари Илендә – бер, Һарытау өлкәһендә – туғыҙ, Һамар өлкәһендә – 12, Татарстан Республикаһында өс усаҡ асыҡланған. Һуңғы осорҙа күрше Свердловск һәм Силәбе өлкәһе, Пермь крайында тағун осраҡтары теркәлгән.
Башҡортостанда иң күбе сусҡасылыҡ хужалыҡтары Благовар, Шишмә, Бүздәк райондарында урынлашҡан. Ундағы предприятиеларҙа даими рәүештә тикшереүҙәр үткәрелеп тора.
Был осраҡта ла халыҡты барлыҡ ҡағиҙәләрҙе үтәргә, сусҡаларын тышҡа сығармаҫҡа, емдәрен термик эшкәртеп кенә бирергә кәңәш ителә.
– Тик барлыҡ талаптарҙы үтәгәндә генә был сирҙәрҙе еңергә була. Мин хакимиәт башлыҡтарына мөрәжәғәт итәм, сусҡаларҙың африка тағуны һәм юғары патогенлы ҡоштар киҙеүе сирҙәрен иҫкәртеүҙә булышлыҡ итегеҙ, – тине Азат Йыһаншин.