Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Октябрь 2021, 18:45

Һаҡсыл етештереү серҙәренә төшөнәләр

Уҡыу Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында ойошторола.

Һаҡсыл етештереү серҙәренә төшөнәләр
Һаҡсыл етештереү серҙәренә төшөнәләр

Ун алты кешенән торған төбәк командаһы хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу алымдарын өйрәнә. Был төркөмгә Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәәте министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәтенең төбәк проект офисы, шулай уҡ сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, сауҙа, ауыл хужалығы өлкәһендәге предприятиеларҙың эшен көйләгән тармаҡ министрлыҡтары вәкилдәре инде.

Уҡыуҙы Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге федераль компетенциялар үҙәге тренерҙары уҙғара.

– “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты нигеҙендә башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәренә һаҡсыл етештереү алымдарын өйрәтеү буйынса махсус программа төҙөлдө. Ул планлаштырыу һәм администрациялау алымдарын, персоналға һәм ресурстарға идара итеүҙе, ярҙамсы функцияларҙы һәм процестарҙы ойоштороуҙы камиллаштырыуға йүнәлтелә. Уҡыуҙа ҡатнашыусылар етештереүҙе яҡшыртыу, карта төҙөү, 5С системаһы, үҙгәрештәргә идара итеү кеүек һаҡсыл етештереү ғәмәлдәрен үҙләштерәсәк, шулай уҡ проблемаларҙы хәл итеү методикаһын өйрәнәсәк. Офис процестары фабрикаһы буйынса кейстар менән таныштырыу сараһы ойоштороласаҡ, – тине иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Уҡыу республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҙғарыла.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53208

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53208 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: