Иҡтисад
26 Октябрь 2021, 11:23

Буш ятҡан ерҙәр эшкәртелә

Р. Кәлимуллин.Р. Кәлимуллин.
Фото:Р. Кәлимуллин.

“Учалы элеваторы” йәмғиәте урып-йыйыу эштәрен яҡшы күрһәткестәр менән тамамланы. Тәүге ҡар күҙе төшкәнсе барлыҡ культураларҙы йыйып өлгөргәндәр. Мәғлүм булыуынса, предприятие буш ятҡан ерҙәрҙе эшкәртеү буйынса дәүләт программаһында ҡатнаша.

Ҡунаҡбай ауыл биләмәһенән халыҡтың пай ерҙәрен ҡуртымға алып та сәсеү майҙандарын киңәйттеләр. Былтыр игенде тәүләп сәсеүҙәренә ҡарамаҫтан, районда иң юғары күрһәткес уларҙа булды – гектарынан 20-шәр центнер тәшкил итте.

– Игенселек менән тәүгә шөғөлләнеүебеҙ, был өлкәлә бөтөнләй тәжрибәбеҙ юҡ ине. Интернеттан эҙләнеп, фермерҙар менән аралашып-һөйләшеп мәғлүмәт тупланыҡ. Тәжрибә һайыраҡ булғас, ҙур майҙанға тотонманыҡ. Үҫерме-юҡмы тип, былтыр 400 гектарға ғына сәсеп ҡарарға булғайныҡ, йыл ҡоро килеүгә ҡарамаҫтан, һынатманыҡ. Быйыл 500 гектар майҙанда бойҙай, арпа, ужым культуралары, етен һәм рапс сәстек. Сәсеүлектәрҙең яртыһын етен менән рапс биләне, – ти предприятиеның генераль директор урынбаҫары Александр Курятенко.

Гектарынан уртаса 20-шәр центнер иген һуғып алғандар. Етен 12-13 центнер уңыш биргән. Александр Курятенконан быйылғы ҡоролоҡ йылында ниндәй уңыш алыуға өлгәшеүҙәре менән ҡыҙыҡһынабыҙ.

– Барлыҡ технологияларҙы еренә еткереп үтәргә тырыштыҡ. Күреүегеҙсә, һөҙөмтәһе бар. Күптәр, Уралдың ҡырыҫ шарттарында иген үҫтереп булмай, тиҙәр, һис килеш­мәйем. Яҡшы орлоҡ, ашламалар индереү, ваҡытында химик эшкәртеү уҙғарыу һәм технологияны күҙәтеү яҡшы уңыш алыуға булышлыҡ итәсәк. Оҙаҡ йылдар эшкәр­телмәгән ергә иген сәсеү беҙгә лә еңел булманы. Ер ҡаты, һөрөрлөк түгел ине тәүҙә. Ахырҙа тәүге йылда өҫтән генә эшкәртеп сәсергә тура килде, етмәһә, һуңғы арала ҡоролоҡ ерҙе киптерҙе, тирә-яҡ кибеп, янып ултырҙы, – ти Александр Курятенко.

Баҫыуҙарына элиталы һәм суперэлиталы орлоҡ сәскәндәр. Бойҙайҙың – “нерда”, арпаның – “авиатор”, рапстың – “салар”, етендең “август” тигән сорттарын файҙаланғандар.

Предприятие сәсеүлектәрен арттырырға ниәтләй, быйыл Ураҙ ауыл биләмәһенән 500 гектар майҙандағы пай ерҙәрен ун йылға ҡуртымға алырға килешкәндәр. Халыҡ менән осрашып, ҡуртым хаҡын игенләтә түләргә ҡарар иткәндәр. Пайсылар менән эш тәжрибәләре бар уларҙың, тәүге йылда Ҡунаҡбай биләмәһенән алынған ерҙәр өсөн хужаларына иген биргәндәр. Бындай килешеү ике яҡ өсөн дә отошло. Ауыл халҡы, ерҙәре өсөн һалым түләп, буш ятҡырғансы, алмашҡа бойҙайын алып, файҙаһын күрә. Быйыл да игенләтә бирәсәктәр, уңышына ҡарап дүрт гектарға яҡынса 200 килограмм бойҙай килеп сыға.

– Етди проблема бар: ҡарауһыҙ йөрөгән малдар игенде тапап тәләфләй. Уларға ҡарата төрлө сараһын күрергә тырышабыҙ. Айырыуса Учалы ауыл биләмәһе ерендәге сәсеүлекте тапап, ашап ыҙалаттылар. Бер кемгә бер нимә лә кәрәкмәй, һыйырҙар ҡараусыһыҙ йөрөй, хужалары иғтибар ҙа бирмәй. Һөйләшеп тә ҡараныҡ, аңламайҙар. Көтөүгә ҡыумайҙар, сөнки аҡса түләргә кәрәк, шуға ла малдарын үҙ яйҙарына ебәреп ҡуялар. Киләсәктә сәсеүлектәргә ҡарауылсы ялларға кәрәктер, моғайын, беҙҙең өсөн өҫтәмә сығымдар буласаҡ, әлбиттә, әммә башҡа сара юҡ.

Әйткәндәй, республика Хөкүмәте, муниципаль район хакимиәте ҡарарына ярашлы, малдарҙы ҡараусыһыҙ йөрөтөү тыйыла. Малы өсөн хужаһы яуап бирергә тейеш. Йәй әйләнәһенә баҫыуҙан ҡайтманыҡ, һыйырҙар көтөүе менән йөрөй, барыһына ла бирка ҡуйылған. Уларҙы фотоға төшөрөп, ветеринария станцияһына ебәрәбеҙ, ошо рәүешле хужалары асыҡлана. Судҡа бирәбеҙ, штраф түләйәсәктәр, үҙҙәренә һабаҡ булыр. Мәҫәлән, Ураҙ ауылы биләмәһенән ҡуртымға ерҙәрҙе алған хужалыҡ проблеманы ошо рәүешле хәл иткән. Әгәр мал игендәрен тапай икән, шунда уҡ штраф түләтәләр, 500-әр, 1000-әр һум, тигәндәй. Түләмәһәләр, бурыстары йыйыла, эш суд приставтарына тапшырыла. Улар барыбер түләтәсәк, – ти Александр Курятенко.

Аграрийҙарҙың ете тир көсө һалынған хеҙмәте ошо рәүешле юҡҡа сығарылыуы үкенесле, әлбиттә. Бөгөн игенгә хаҡ ярайһы күтәрелгән. Бойҙайҙың килограмы 20 һумға етеп бара, тағы ла артасаҡ тип көтәләр. Етендең тоннаһын күмәртәләп һатыу хаҡы – 60 мең һум.

Игендәре таҙа, ҡоро. Келәткә һаҡларға һалыр алдынан үҙҙәренең лаборато­рияһында тикшерәләр. Бөртөклөләрҙең составында күпме крахмал, аҡһым барлығын, ниндәй күләмдә зарарланғанын һәм бысранғанын асыҡлайҙар.

Элеваторҙа киләсәктә май һығыу план­лаштырылғайны, уның өсөн ҙур күләмдәр кәрәк, әлегә был мөмкин түгел, тинеләр. Үҙҙәре ҙур күләмдә май культуралары үҫтерһәләр, ҡалған хужалыҡтар тапшырһа, эшкәртә башлаясаҡтар.

Предприятиеның эшмәкәрлеге өс этапҡа бүленгән. Беренсеһендә элеваторҙы төҙөкләндереп эшләтеп ебәреү маҡсат булып торһа, икенсе этабында иген сәсеп үҫтерергә тейештәр ине. Өсөнсө этабы – эшкәртеү. Ике этабын уңышлы атҡарып сыҡтылар, әлеге ваҡытта өсөнсө йүнәлеш буйынса мәсьәләләр хәл ителә. Май, ярма, он, ҡатнаш аҙыҡ цехтары асырға уйлайҙар.

Урындағы фермерҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып баралар. Сәсеү кампанияһын атҡарыу өсөн уларға аҡсалата ярҙам күрһәткән­дәр, хужалыҡтар бурыстарын көҙ игенләтә түләргә килешкән.

Техника паркы яңыртыла, заманса тракторҙар, сәсеү комплексы, ағыу һиптерткес ҡорамал, дискатор, тигеҙләү ҡорамалдарынан тыш, йөк машинаһы һатып алғандар, киләсәктә комбайнлы ла булырға уйлайҙар.

- Әлиә ФӘРРӘХОВА.

Читайте нас