Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Октябрь 2021, 21:15

Ер һәм милек менән һаҡ эш итергә кәрәк

Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилгә ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр?

Ер һәм милек менән һаҡ эш итергә кәрәк
Ер һәм милек менән һаҡ эш итергә кәрәк

Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилдең йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә йүнселдәр өсөн күсемһеҙ милек объекттары милекселәренең ер участкаларын һатып алыу буйынса уҡыу семинары булды.

Был сара бизнес-омбудсмен Флүр Әсәҙуллин тарафынан эшҡыуарҙарҙың ошо һорау буйынса мәғлүмәткә эйә булыуын тәьмин итеү маҡсатында ойошторолдо. Ер хоҡуғы өлкәһендә тулы хоҡуҡлы вәкил ҡарамағындағы pro bono эксперты Екатерина Малахова төп спикер булды.

"Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилгә килгән мөрәжәғәттәрҙе анализлағанда, ер һәм милек мәсьәләләре иң күбе икәнлеге күренә, - тине бизнес-омбудсмен. – Йыш ҡына йүнселдәр проблемалар менән осраша һәм тейешле белемдең юҡлығы һөҙөмтәһендә яҡшы булмаған хәлдәргә тарый. Тап шуға бындай уҡыу сараларҙы, профессионалдарҙы йәлеп итеп, даими үткәреү тураһында ҡарар ҡабул иттек".

Семинарҙа коммерцияға ҡараған күсемһеҙ милеге булған йәки ошондай милеккә эйә булырға теләгән эшҡыуарҙар ҡатнашты.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53205 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: