Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Октябрь 2021, 20:15

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөмәкселәр

"Урал аръяғында яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, һалым кереме артасаҡ".

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөмәкселәр
Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөмәкселәр

Башҡортостан Хөкүмәте Урал тау-металлургия компанияһы менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуя. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге кәңәшмәлә ошо мәсьәлә буйынса фекер алыштылар.

Андрей Назаров әйтеүенсә, килешеүҙә “Сибай – Һары” тимер юлын һалыу һәм Подольск ауылында яңы биҫтә төҙөү кеүек күләмле проекттар сағылыш табасаҡ. Уларҙы тормошҡа ашырыу Урал аръяғына яңы һулыш бирәсәк.

Килешеү шулай уҡ Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты мөлкәтенең бер өлөшөн республика милкенә тапшырыуҙы, төбәктәге транспорт ойошмаларын Урал тау-металлургия компанияһы предприятиелары менән эшкә йәлеп итеүҙе, экологик хәлде яҡшыртыу, Сибай ситтән килтерелгән сеймал байыҡтырыу фабрикаһы эшмәкәрлеге, шулай уҡ Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты тарафынан Яңы Учалы цинк рудалары ятҡылығын эшкәртеүгә бәйле халыҡ араһындағы социаль көсөргәнеште кәметеү сараларын үҙ эсенә аласаҡ. Урал тау-металлургия компанияһы Сибайҙа Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын үткәргәндә даими финанс партнерына әүереләсәк.

– “Сибай” станцияһының айырымланған булыуы – Урал аръяғының үҫешен тотҡарлаған факторҙарҙың береһе. Шуға күрә баҡыр-цинк ятҡылығынан сеймал автотранспорт менән ташыла. Иҡтисади йәһәттән был ҙур сығым талап итә. “Сибай – Подольск – Һары” тимер юлы Баймаҡ, Хәйбулла райондары аша үтеп, Сибайҙағы һәм Хәйбулла районының Бүребай ауылындағы төҫлө металл ятҡылыҡтары менән эшкәртеүсе предприятиелар араһындағы бәйләнеште тәьмин итәсәк. Һөҙөмтәлә Урал аръяғында яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, һалым кереме артасаҡ, – тине Андрей Назаров.

Урал тау-металлургия компанияһының корпоратив мөнәсәбәттәр һәм махсус проекттар буйынса директоры Олег Мелюхов әйтеүенсә, уларҙың предприятиеһы өсөн Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек стратегик үҙенсәлектәргә эйә.

– Бер яҡтан, беҙ Башҡортостан Хөкүмәтенең ярҙамына иҫәп тотабыҙ, икенсе яҡтан – үҙебеҙ ҙә республиканың үҫешенә булышлыҡ итәсәкбеҙ. Компания республика предприятиелары етештергән продукцияны үҙенең эшмәкәрлегендә файҙаланырға әҙер. Беҙҙә асыҡ тендерҙар системаһы бар, уларҙың һөҙөмтәһе буйынса тиң иҡтисади шарттарҙа төбәк компанияларына өҫтөнлөк бирәсәкбеҙ, – тине Олег Мелюхов.

Яҡтар хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә 16 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте менән Урал тау-металлургия компанияһының ведомство-ара комиссияһы ултырышында ҡул ҡуйырға ниәтләй.

Фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53210 

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53210 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: