Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Октябрь 2021, 20:45

Шәхси инвестиция иҫәптәре күберәк асыла

"Төп иғтибарҙы һалған аҡсаны ҡайтарыу гарантияһына һәм һаҡланған булыуына бүлегеҙ, шунан ғына юғары процент эшләү мөмкинлеген ҡарағыҙ".

Шәхси инвестиция иҫәптәре күберәк асыла
Шәхси инвестиция иҫәптәре күберәк асыла

Башҡортостан асылған шәхси инвестиция иҫәптәре (ШИИ) һаны буйынса Волга буйы федераль округында – беренсе һәм илдә бишенсе урында.

ШИИ эш башлап торған инвесторҙарға фонд баҙарына физик шәхестәрҙе йәлеп итеү өсөн популяр финанс инструменты булып тора. Ул инвестицияларға килем алыу ғына түгел, ә физик шәхестәр килеменә һалымдан һалым бүлеме алыу мөмкинлеге лә бирә. Көндән-көн күберәк кеше ШИИ-ны банк депозитына килемле альтернатива рәүешендә ҡарай башланы.

Рәсәй банкының Башҡортостан Милли банкы бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата төбәктә ошондай 142,6 мең иҫәп асылған. Был беҙҙең граждандарҙың инвестициялар һәм үҙ аҡсаһы менән идара итеү йәһәтенән финанс грамоталылығы кимәле күтәрелеүе тураһында һөйләй.

"Шул уҡ ваҡытта шәхси инвестициялар баҙарында хәүефтәр ҙә бар. Мәҫәлән, ШИИ аҡсалары вкладтарҙы, банктарҙағы депозиттар кеүек дәүләт страховкалауы системаһы менән яҡланмаған. Бынан тыш, башлап торған инвесторҙарҙың һалған аҡсанан көткән килеме бик ҙур булыуы ихтимал", – ине Милли банк идарасыһы урынбаҫары Сергей Коровин.

"Әлеге ваҡытта ШИИ-нан тыш та финанс баҙарында күп продукттар тәҡдим ителә. Үҙегеҙҙең йыйған аҡсағыҙҙы инвестициялау тураһында ҡарар ҡабул иткән саҡта бөтә ыңғай һәм кире яҡтарҙы ныҡлап өйрәнергә тәҡдим итәбеҙ. Төп иғтибарҙы һалған аҡсаны ҡайтарыу гарантияһына һәм һаҡланған булыуына бүлегеҙ, шунан ғына юғары процент эшләү мөмкинлеген ҡарағыҙ", – тине республиканың финанс министры Лира Иғтисамова.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53207

Фото: smart-lab.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: