

Сара барышында биләмәләрҙә комплекслы төҙөлөш алып барыу механизмы, аҙ ҡатлы йорттар төҙөү өсөн кредит алыу мөмкинлеге, төҙөлөш ойошмаһының инженерлыҡ селтәрҙәренә тоташыу сығымдары һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде.
Аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшөнөң киләсәге ҙур. Рәсәйҙә күп ҡатлы йорттар төөҙөлөшөнөң дөйөм күләмендә уның өлөшө 16 процентҡа етә, ә Иркутск, Силәбе, Мәскәү өлкәләрендә был күрһәткес хатта 50 процент алып тора.
“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостандың был күрһәткес уртаса Рәсәй кимәленән түбәнерәк – ете процент ҡына. Был йүнәлештә етди эшләйһе бар әле. Ҡалалар янында аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшөн йәнләндереү өсөн ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итәһе бар. Тәү сиратта – селтәрҙәр, коммуникациялар. Улар булмаһа, фатир алыусыларға был мәсьәләләрҙе үҙаллы хәл итергә тура килә, ә был еңел түгел. Беҙгә торлаҡ төҙөлөшө менән бергә социаль объекттар – поликлиникалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, уйын майҙансыҡтары – эшләнеүе лә бик мөһим”, – тине Андрей Назаров.
Аҙ ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөлөшөн үҫтереү Башҡортостан Хөкүмәте өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. 2024 йылға торлаҡ төҙөлөшөнөң ошо өлкәһендә 900 мең квадрат метр, бынан тыш, күп ҡатлы йорттар буйынса – 400 мең квадрат метр, шәхси торлаҡ төҙөлөшөндә 500 мең квадрат метрға тиклем төҙөү планлаштырыла.
Фото: pravitelstvorb.ru.