

Өфө авиация үҙәгенең хужалыҡ иҫәбендәге ижад үҙәге (ХТЦ УАИ) – РОСОЙЛ технопаркы “Технопарк булараҡ эшләүҙең иң юғары һөҙөмтә кимәле” төркөмөнә инде һәм Рәсәйҙең 183 технопаркы араһында һигеҙенсе урын яуланы. Илдәге технопарктарҙың VII Милли рейтингы һөҙөмтәләрен Рәсәй кластерҙары, технопарктары һәм ОЭЗ ассоциацияһы иғлан итте.
"Технопарктарҙың Милли рейтингы – уларҙың алдынғы тәжрибәһен бөтә ил буйынса танытыу алымы. Пандемия һәм уның эҙемтәләре беҙҙең һөҙөмтәгә кире тәьҫир итмәне, киреһенсә, “юғары кимәл”дән “иң юғары” тип аталған баҫҡысҡа күтәрелә алдыҡ", - тип билдәләне Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
2021 йыл рейтингына 40 технопарк ингән. Улар араһында иң тәүге урындарҙа Мәскәү, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе технопарктары билдәләнгән. Быйыл рейтинг нигеҙен биш төркөмгә ярашлы 21 күрһәткес тәшкил иткән. 2022 йылда технопарктарҙың эшмәкәрлеген көйләгән закондарға үҙгәреш индереү күҙаллана, шуға бәйле баһалау алымы ла ҡайтанан ҡараласаҡ.
Рейтингта ҡатнашҡан технопарктар дүрт төркөмгә бүлеп билдәләнгән: иң юғары, юғары, уртаса юғары һәм етерлек кимәл. 2020 йылда технопарктарының VI Милли рейтингы һөҙөмтәләре буйынса Өфө авиация үҙәгенең хужалыҡ иҫәбендәге ижад үҙәге (ХТЦ УАИ) – РОСОЙЛ технопаркы “юғары кимәлле” булараҡ билдәләнгәйне.
Белешмә:
Өфө авиация үҙәгенең хужалыҡ иҫәбендәге ижад үҙәге (ХТЦ УАИ) – РОСОЙЛ технопаркының эшмәкәрлеге ғилми тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләрен тиҙ арала производствоға тапшырыу йәһәтенән проблемаларҙы комплекслы хәл итеүгә, уларҙы хужалыҡ иҫәбе нигеҙендә ҡулланыусыларға еткереүгә, шулай уҡ юғары квалификациялы ғилми һәм етештереү кадрҙары әҙерләүгә ҡайтып ҡала.
Фото: rosoil.ru
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53238