Иҡтисад
28 Октября 2021, 15:15

“Башавтотранс” бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй

"Предприятие артабан да пассажирҙар ташыу флагманы булып ҡалыр тигән өмөттәбеҙ".

“Башавтотранс” бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй“Башавтотранс” бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй
“Башавтотранс” бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй

Байрам тантанаһы компания хакимиәтендә үтте. 100 йыллығы айҡанлы предприятие республикала пассажирҙар ташыу тарихы музейын асты.

“Башавтотранс” һуңғы йылдарҙа властан ҙур ярҙам күрҙе һәм етештереү базаһын ярайһы яҡшыртты. Әле уның автопаркында – ике мең автобус. Улар йылына 100 миллион кешене ташый. “БАТ” Рәсәйҙә ошондай иң ҙур предприятиеларҙың тәүге өсәүһе иҫәбенә инә.

“Иҡтисади стратегия, иртәгәһе көнгә ышаныс барлыҡҡа килде, яҡты киләсәк күҙаллана. Кадрҙарҙы, хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу мөмкинлеге бар. Быларҙың барыһы ла предприятие артабан да пассажирҙар ташыу флагманы булып ҡалыр тигән өмөт уята, – тине тантанала Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев. – Һуңғы йылдарҙа күләмле транспорт реформаһы үткәрелеүен тоймау мөмкин түгел. Бының өсөн беҙ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәтлебеҙ”.

“Был предприятие бик мөһим. Республика Башлығы Радий Хәбиров уға күп ваҡытын, иғтибарын бүлә, күңелен һала. Пассажирҙар ташыу проблемаһы менән ошо рәүешле тығыҙ шөғөлләнгән башҡа бер төбәк етәксеһе лә юҡтыр, моғайын. Идара итеү командаһы эшенең тәүге көнөнән үк предприятие интернетлы, уңайлы, хәүефһеҙ 425 заманса автобус менән тәьмин ителде, – тине республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин. – Әле күп нәмә үҙгәрҙе, әлбиттә. Элегерәк пассажирҙар йәшниккә аҡса һалып, талонды үҙҙәре йыртып алһа, хәҙер ҡеүәтле күркәм технологик сара – “Алға” картаһы бар. Заманса йәшәргә өйрәндек. Йөҙ йыллыҡ юбилей тарихҡа ихтирам ғына түгел, электромобилдәр, электр транспорты, спутник системалары менән байытылған яңы юлдың  башы булһын ине. Стратегияны ошоно иҫәпкә алып төҙөргә кәрәк. Бәлки, пассажирҙар һәм йөк таксийы йүнәлешен дә үҫтерергә кәрәктер".

Александр Сидякин тантанала компания хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Байрам ҙур концерт менән тамамланды.

Фото: bashinform.ru/news/economy/

Сығанаҡ: bashinform.ru/news/economy/

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас