Иҡтисад
28 Октябрь 2021, 15:30

Программа нисек тормошҡа ашырыла?

Башҡортостанда 2022 йылға урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы старт алды.

Программа нисек тормошҡа ашырыла?Программа нисек тормошҡа ашырыла?
Программа нисек тормошҡа ашырыла?

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы 2014 йылдан уңышлы тормошҡа ашырыла һәм төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын билдәләй. Ул иң киҫкен социаль проблемаларҙы тиҙ арала асыҡларға, хәл итергә мөмкинлек бирә.

Башҡортостан Хөкүмәте ағымдағы йылда республикала ППМИ операторы итеп Фәнни-мәғариф үҙәгенең Граждандар башланғыстарын өйрәнеү буйынса үҙәген тәғәйенләне. Уның директоры Лира Ишкилдина билдәләүенсә, был программа — республика ҡаҙнаһының финанс ресурстарын, муниципалитеттарҙың бюджеттарын, физик шәхестәрҙең һәм юридик ойошмаларҙың аҡсаһын берләштерергә, уларҙы социаль әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтергә мөмкинлек биргән механизм.

Программа граждандарҙы урындағы әһәмиәткә эйә мәсьәләләрҙе яйға һалыуға туранан-тура йәлеп итеү концепцияһына һәм, атап әйткәндә, бюджет средстволарының бер өлөшөн муниципаль, төбәк кимәлендә тотоноуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен һайлауға, шулай уҡ артабан был ҡарарҙарҙың үтәлеүенә мониторинг уҙғарыуға нигеҙләнә.

Программа халыҡтың йыйылыштарҙа үҙаллы билдәләгән мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән. Күп фатирлы йорттарҙың резиденттары, йорт хужалары ширҡәттәре, урам комитеттары, советтар проект инициаторы була ала.

Башланғыстар үҙ биләмәләрендә йәшәүселәрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелергә тейеш һәм һыу менән тәьмин итеү, ауыл эсендәге юлдар, бәләкәй күперҙәр, мәҙәниәт йорттары, яҡтыртыу, йәшелләндереү, балалар өсөн майҙансыҡтар, спорт майҙансыҡтары һ.б. объекттарға бәйле булырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта граждандар проблемаларҙы асыҡлауҙа, башланғыстар әҙерләүҙә генә түгел, ә һайлап алынған проектты берлектә финанслауҙа, тормошҡа ашырыуҙы күҙәтеүҙә лә ҡатнаша.

Программала ҡатнашыуға ғаризаларҙы конкурс аша һайлау Башҡортостан Хөкүмәтенең 2017 йылдың 19 апрелендәге 168-се "Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урындағы башланғыстар нигеҙендә йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында"ғы Указы менән көйләнә.

Ағымдағы йылдың 10 ноябренән республика муниципаль берәмектәре вәкилдәре өсөн программа эксперттары конкурс һайлап алыуҙа ҡатнашыу буйынса семинарҙар үткәрәсәк. Конкурсҡа ғаризалар 2022 йылдың 12 апреленә тиклем ҡабул ителәсәк, ә уларҙы баһалау һәм алдан рейтингтар булдырыу 2022 йылдың апрель аҙағына тиклем барасаҡ.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53229

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас