Иҡтисад
28 Октябрь 2021, 17:30

Тулайым төбәк продукты дүрт процентҡа арта

Уртаса айлыҡ эш хаҡы тотороҡло үҫеп, 2024 йылға 50,4 мең һумға етәсәк.

Тулайым төбәк продукты дүрт процентҡа артаТулайым төбәк продукты дүрт процентҡа арта
Тулайым төбәк продукты дүрт процентҡа арта

2022 – 2024 йылдарҙа република иҡтисадының үҫеш темпы диапазоны 103,8 – 104 процент кимәлендә буласаҡ тип күҙаллана. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, 2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона республиканың социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллауға ярашлы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы ултырышында ошондай мәғлүмәт тәҡдим итте.

"Республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең макроиҡтисади прогнозы “төп”, “айырым маҡсатлы”, “консерватив” варианттарҙа төҙөлдө. Улар Рәсәй Хөкүмәте хуплаған сценарий шарттарын иҫәпкә алып, илдәге һәм донъялағы эпидемиологик хәлгә бәйле сикләү саралары юҫығында республика өсөн хас булған дөйөм иҡтисади шарттарҙан һәм тенденцияларҙан сығып башҡарылды. Мәҫәлән, Башҡортостанда инвестиция һалыуҙарҙың тупланыуы күҙаллана. 2022 йылда финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә төп капиталға инвестиция күләменең үҫеш темпы былтырғы киләмгә ҡарата 109,8 процент, 2024 йылда 112 процент тәшкил итәсәк", – тине Рөстәм Моратов.

Күҙалланған осорҙа тулайым төбәк продукты сәнәғәт етештереүенең байтаҡҡа артыуы, ҡулланыусылар баҙарының, шулай уҡ төҙөлөш тармағының һәм ауыл хужалығының үҫеүе иҫәбенә тәьмин ителәсәк. Быйыл сәнәғәт етештереүе индексы буйынса 105 процент кимәленә сығыу планлаштырыла. Өс йылда сәнәғәт етештереүенең үҫеш темпы йыл һайын уртаса 105,5 процентҡа етәсәк.

Үҙенең сығышында вице-премьер 2022 йылда ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙең быйылғы менән сағыштырғанда 21,2 процентҡа артасағына, 2024 йылға үҫеш темпының 103 процент тәшкил итәсәгенә иғтибарҙы йүнәлтте. Артабанғы үҫеш малсылыҡ комплекстары һәм яңы һуғарыу системалары төҙөү буйынса ҙур инвестиция проекттары иҫәбенә тәьмин ителәсәк. Был проекттар ит, һөт, иген культураларын күберәк етештереүгә булышлыҡ итәсәк.

Башҡортостан менән Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы араһындағы “Торлаҡ” төбәк проектын тормошҡа ашырыу тураһындағы килешеүҙе иҫәпкә алғанда, 2024 йылға торлаҡты сафҡа индереү күләмен өс миллион квадрат метрға тиклем арттырыу күҙаллана. Рөстәм Моратов әйтеүенсә, үҫеш республикала инфраструктур бюджет кредиттары, инфраструктур облигациялар, “Стимул” программаһы кеүек өр-яңы федераль сараларҙы тормошҡа ашырыу ярҙамында тәьмин ителәсәк.

Киләсәктә башҡарылған төҙөлөш эштәре күләме 102,5 – 103,5 процент кимәлендә булыр тип ҡарала. Ваҡ сауҙаның үҫеше 2022 – 2024 йылдарҙа 102,8 – 102,9 процент тәшкил итәсәк. Уртаса айлыҡ эш хаҡы тотороҡло үҫеп, 2024 йылға 50,4 мең һумға етәсәк. Эшһеҙлек әкренләп кәмейәсәк, 2024 йылға уның дөйөм кимәле 4,3 процент тәшкил итәсәк.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53236

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53236

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас