Иҡтисад
29 Октябрь 2021, 08:21

Алты бренд ҡатнаша

социаль селтәрҙән.социаль селтәрҙән.
Фото:социаль селтәрҙән.

Белеүебеҙсә, Башҡортостанда “Беҙҙең бренд” аҙыҡ-түлек конкурсы онлайн тәртибендә бара.

 Был үҙенсәлекле сара республикабыҙҙа беренсе тапҡыр ойошторола. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы һәм республикабыҙҙың Күргәҙмәләр компанияһы үткәргән конкурста еңеүселәр тауыш биреүселәр һанына ҡарап билдәләнәсәк. Был үҙенсәлекле бәйге райондарҙа ниндәй аҙыҡ-түлек етештерелгәнлеген ныҡлап белеү, фермерҙарға һәм ойошмаларға үҙен танытыу, продукцияһын һатып алыусыларҙы йәлеп итеү өсөн кәрәк.

Шулай итеп, Ғафури районынан алты бренд ҡатнаша:

  1. Красноусол һыуы (“Тере һыу”, “Красноусол минераль һыуҙары”, “Красноусол” минераль һыуҙары заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре);
  2. Красноусол эсемлектәре (“Дубрава” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы, шәхси эшҡыуар Н.Т. Фомин);
  3. Красноусол ярым фабрикаттары (“Ғафури” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы, шәхси эшҡыуар Н.Т. Фомин);
  4. Красноусол икмәге (шәхси эшҡыуар Н.Т. Фомин, шәхси эшҡыуар С.И. Фомина, “Сифат тирмәне” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте);
  5. Ғафури сыр ҡушылған майҙары (шәхси эшҡыуар К.К. Исмәғилевтең “Ҡыҙыл ялан” ырыу поместьеһы экологик биләмәһе, шәхси эшҡыуарҙар Ю.Ю. Белов, С.Д. Тимофеев);
  6. Ғафури балы (коллектив фермер хужалығы башлығы Л.Ғ. Сөләймәнов, М.З. Килмөхәмәтовтың шәхси ярҙамсы хужалығы).

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Беҙҙең бренд” сайтында тауыш биреү 22 ноябргә тиклем дауам итә. Еңеүселәр 25 ноябрҙә “Милли танылыу” фестивален асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ.

Тағы шуны билдәләргә кәрәк, үҙ муниципаль берәмегендә иң яҡшы аҙыҡ-түлек етештереүсе тип танылыу һәр эшҡыуар һәм ойошма өсөн абруйлы. Өҫтәүенә, бындай саралар төбәк брендтарына танылыу яуларға ярҙам итә. 11 номинация буйынса үткәрелгән “Беҙҙең бренд” иң яҡшы аҙыҡ-түлек конкурсында еңеүселәр алтын, көмөш, бронза миҙалдар һәм дипломдар менән бүләкләнәсәк. Өҫтәүенә, конкурс еңеүсеһе бүләкләнгән продуктҡа билдә ҡуйғанда алған наградаһының логотибын файҙаланыу мөмкинлегенә эйә.

- Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас