

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән эш кәңәшмәһендә Өфөлә урта һөнәри белем биреү кадрҙарының белемен камиллаштырыу буйынса федераль үҙәк ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды.
Был күләмле проект республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Фән” милли проектын да тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк. Андрей Назаров билдәләүенсә, проект Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова тарафынан раҫланды, һәм әле уны бойомға ашырыу өсөн документтар әҙерләнә.
– Эш өс этапта башҡарыла. Уның тәүгеһе бер йылдан, белемен камиллаштырырға килгән тәүге төркөмдө ҡабул итеүгә әҙер булғас тамамлана. Бының өсөн проектты ваҡытында тормошҡа ашырыу мөмкинлеген биргән график төҙөргә кәрәк, – тине Премьер-министр.
Кадрҙарҙың квалификацияһын камиллаштырыу буйынса федераль үҙәк педагогия кадрҙарын әҙерләү йәһәтенән өр-яңы технологияларҙы ғәмәлгә индереү өсөн үҙенсәлекле майҙансыҡты тәшкил итәсәк, тип күҙаллана.
Андрей Назаров әйтеүенсә, Өфөләге яңы үҙәктә урта һөнәри белем биреү өлкәһендә Рәсәйҙә булған иң яҡшы ҡаҙаныштар һәм ғәмәлдәр тупланасаҡ. “Профессионалитет” программаһын тормошҡа ашырыуға, ойоштороу-методика йәһәтенән булышлыҡ итеүҙән тыш, юғары технологиялы тармаҡтар өсөн урта һөнәри белем биреү кадрҙарын әҙерләү, ҡайтанан әҙерләү, уларҙың белемен камиллаштырыу, белем биреү программалары төҙөү һәм башҡалар үҙәк эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәрҙе тәшкил итәсәк. Унда шулай уҡ конгресс-күргәҙмә майҙансыҡтары ла эшләйәсәк.
Яңы үҙәктең базаһы итеп Башҡортостанда IX “Йәш профессионалдар (Worldskills Russia)” милли чемпионатын үткәреү өсөн әҙерләнгән инфраструктура файҙаланыласаҡ. Ул йыл әйләнәһенә эшләйәсәк, йылына 15 мең кешене ҡабул итәсәк.