Иҡтисад
29 Октября 2021, 14:30

"Хәләл" – ышаныс билдәһе

"Хәләл продукцияны мосолмандар ҙа, башҡа дин вәкилдәре лә киң ҡуллана, сөнки ул ғәҙел тикшереү үткән һәм сифатлы", – тип билдәләне министр.

"Хәләл" – ышаныс билдәһе"Хәләл" – ышаныс билдәһе
"Хәләл" – ышаныс билдәһе

Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге, Ауыл хужалығы, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлыҡтары, Туризм буйынса дәүләт комитеты, "Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы" союзы араһында "Хәләл" берҙәм сертификация системаһы сиктәрендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү төҙөлдө.

Был документ төбәктең ирекле сертификация системаларында ҡатнашҡан предприятиеларында сығарылған продукцияның конкуренцияға һәләтен арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы, шулай уҡ урындағы тауар һәм хеҙмәттәрҙең сифатын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе һәм баһалауҙы, етештереүселәрҙе "Хәләл" стандарты буйынса ирекле сертификация үтеүгә дәртләндереүҙе күҙ уңында тота.

– "Хәләл" сертификатын алыу республика предприятиеларына үҙ продукцияһына ихтыяжды арттырырға, сит илдәрҙәге партнерҙар даирәһен киңәйтергә, мосолман илдәре баҙарҙары менән хеҙмәттәшлекте яйға һалырға мөмкинлек бирәсәк, – тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Республикабыҙҙа хәләл продукция үҫеш нөктәһе булараҡ билдәләнгән. 2020 йылда Башҡортостан Хөкүмәте төбәктең хәләл индустрияһын халыҡ-ара баҙарҙарға индереүҙең "юл картаһы"н раҫлағайны. Бөгөнгә "Хәләл" сертификаты булған тауарҙарын экспортҡа оҙатыу мөмкинлеге алған предприятиеларыбыҙ күп кенә. Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡарамағында "Хәләл" стандарты буйынса сертификат биреүсе үҙәк эшләй.

Килешеү төҙөүҙә ҡатнашыусыларҙың фекеренсә, хәләл индустрияһын үҫтереү, бындай маркалы тауарҙарҙы донъяның төрлө тарафына тәҡдим итеү Башҡортостан иҡтисады өсөн өҫтөнлөк буласаҡ. Бында аҙыҡ-түлек кенә түгел, көнкүреш химияһы, косметика әйберҙәре һәм кейем-һалым тураһында ла һүҙ бара.

– Хәләл продукцияны мосолмандар ҙа, башҡа дин вәкилдәре лә киң ҡуллана, сөнки ул ғәҙел тикшереү үткән һәм сифатлы, – тине Маргарита Болычева.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53241 

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас